Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

🔥КОМСОМОЛДЫҢ ТЫУҒАН КӨНӨ МЕНӘН!🔥



Миәкә районы Туҡһанбай ауылынан Тәслимә Бәҙретдинова барыбыҙҙы ла байрам менән ҡотлай.
💥. 💥. 💥
Бөгөн байрам, илдә бөйөк байрам,
Комсомолдың тыуған көнө бит!
Күпме комсомолдар батырҙарса,
Илде һаҡлап ғорур үлде бит.

Бөгөнгөләй иҫтә, бөгөнгөләй ,
Комсомолға ингән көнөбөҙ!
Бер ҡасан да юғалып ҡалманыҡ,
Ҡыҙарманы бер ҙә йөҙөбөҙ.

"Шығырҙатып" устав ятланыҡ,
Тырыштыҡ беҙ ғорур атларға.
Ҡыҙартманыҡ әсәй, атайҙарҙы,
Тоғро булдыҡ биргән анттарға.

Пенсионер түгелмен мин әле,
Комсомол тип күкрәк ҡағамын!
Устав юлдарында ни яҙылһа,
Шул юлдан мин тура барамын.

Ғорурланам һинең исем менән,
Комсомол - һин йәшлек дуҫҡайым,
Быуаттарҙан - быуаттарға йәшәп,
Һинең исемеңде ҙурлайым!
Просмотры: 143
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти