🫡 "Юлдаш" позывнойлы яугир пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүҙе үҙләштергән.
Федоровка районынан яугир 2023 йылдан алып Махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә. Ошо ваҡыт эсендә ул уҡсы, ашнаҡсы, отделение командиры була, пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүҙе үҙләштерә, алғы һыҙыҡҡа боеприпастар ташый.
Әле хәрби хеҙмәткәр ялға ҡайтҡан. Тыуған йортонда уны ата-әсәһе һәм һеңлеһе көтөп алған. Тиҙҙән ул, яҡташтары йыйған гуманитар ярҙамды алып, хеҙмәттәштәре янына юллана.
«Юлдаш» ирекмәндәргә һәм ауылдаштарына ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерә.