▶ видео
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
“Милләт ҡото - ағинәйҙәр” исемле фотоконкурс тамам.
Конкурста ҡатнашҡан ағинәйҙәр төркөмдәренең барыһына ла, улар өсөн тауыш биргән, йылы һүҙҙәрен йәлләмәгән әүҙем дуҫтарыбыҙға, тыңлаусыларыбыҙға һәм конкурс бағыусылары булған, республикабыҙҙың төп ағинәйе Гөлфиә Янбаева менән “Нурлы тирмә” оҫтахана - студияһынан Миләүшә Ҡыҙрасоваға рәхмәт белдерәбеҙ.
✨I урын — Йылайыр районы, Юлдыбай ауылы “Ҡәнифә” төркөмө
✨ II урын — Учалы районы, Ураҙ ауылы ағинәйҙәре
✨ III урын — Асҡын районы, Ҡашҡа ауылы ағинәйҙәре
Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Бүләкләү мәлен хәбәр итербеҙ. Илебеҙҙең ҡото булып, нур сәсеп йәшәгеҙ, ағинәйҙәр!