💍 Башҡортостандың ике МХО яугире бер көндә һөйгән йәрҙәре менән ғаилә ҡорҙо



Яңауыл Никах теркәү йортонда бер юлы ике ғаилә барлыҡҡа килде. «Байрактар» һәм «Танкист» позывнойлы МХО яугирҙәре үҙҙәренең һөйгән ҡыҙҙарына өйләнде.

Улар икеһе лә алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә һәм батырлыҡтары өсөн наградаларға лайыҡ булған. Уларҙың береһе «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн», «Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалдары һәм IV дәрәжә Георгий тәреһе менән бүләкләнгән. Икенсе яугир 2022 йылдың сентябренән Махсус хәрби операцияла, Жуков һәм генерал Шайморатов миҙалдарына лайыҡ булған.

Егеттәр үҙҙәренең һөйгәндәре менән күптән таныш. Хәҙер ваҡыт һәм ара менән һыналған мөнәсәбәттәр матур ғаиләгә әүерелде.

Йәш ғаиләләргә бәхет, именлек һәм матур киләсәк теләйбеҙ! 🙏
Просмотры: 2 152
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Репосты публикации

Публикация канала

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти