Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость
Открытый канал ID 68447016788026

«ШОҢҠАР» журналы

Открыть в MAX

Публикации за период

По реакциям

Поиск и вся лента — после бесплатной регистрации. Свои даты — по подписке; владелец канала видит их бесплатно. Сортировка по реакциям — по подписке. Зарегистрироваться

Загрузка…

Иртә менән нимә ашау файҙалы?

Организмға ҡышын витаминдар етмәй, тиҙ арыта, йоҡомһората. Күптәребеҙ, ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, иртән бер сынаяҡ сәй йәки ҡәһүә менән генә сикләнә. Ваҡыт яғы тығыҙ икән, кисен бутҡа әҙерләп ҡуйырға мөмкин. Иртә менән аппетитты асыу, ҡанды ҡыуҙырып сығарыу өсөн, бер стакан йылы һыу эсеүҙән лә яҡшыһы юҡ. Төнгә ҡаршы ауыр эшкәртелә торған ризыҡты ауыҙға алмаҫҡа, ғөмүмән, киске алтынан һуң ашамаҫҡа кәрәк. Иртәнсәк бер аҙ асыҡҡан килеш йоҡонан тороу яҡшы.
Просмотры: 124
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
АУЫР УЙҘАР

Стресҡа ҡаршы көрәшеү буйынса семинар бара. Психолог ҡулына стакан тотоп, бүлмә буйлап йөрөй. Барыһы ла ғәҙәти һорау бирелгәнен көтә: стакан яртылаш бушмы, әллә яртылаш тулымы? Әммә был һорау яңғырамай. Психолог икенсе нәмә менән ҡыҙыҡһына:
— Нисек уйлайһығыҙ, был стакан ни тиклем ауыр?
Барыһы ла, гөж килеп, стакандың ауырлығын грамлап иҫәпләргә тотона.
— Юҡ, — ти психолог. — Грамдар мөһим түгел. Ауырлығы ваҡытҡа бәйле. Әгәр бер минут тотһам, бер ни һиҙелмәйәсәк. Бер сәғәт тотһам, ҡулым ауыртасаҡ. Көнө буйы тотоп йөрөһәм, талыуҙан ҡулымды бөтөнләй тоймай башлаясаҡмын. Стакандың ауырлығы үҙгәрмәй, әммә оҙағыраҡ тотҡан һайын, миңә ҡыйыныраҡ тойоласаҡ.
Стресс һәм борсолоуҙар ҙа ошо стакан һымаҡ. Бер тапҡыр уйлайһың икән — ҡурҡыныс түгел. Тағы ла уйлаһаң, нығыраҡ борсолаһың. Көнө буйы уйлап йөрөһәң, үҙеңде талған ҡул һымаҡ эшкә яраҡһыҙ итеп тоя башлайһың.

ИҢ ФАЙҘАЛЫ ҒӘҘӘТ — НАСАР НӘМӘНЕ ТИҘ ГЕНӘ ОНОТА БЕЛЕҮ. КҮҢЕЛДЕ АУЫР УЙҘАР МЕНӘН ТУЛТЫРЫРҒА ЯРАМАЙ. БАШ ВАТЫУЫҢДАН НИҘЕР ҮҘГӘРӘМЕ? ЮҠ! УЛАЙҺА, НИҢӘ КӨНӨ БУЙЫ ҮҘЕҢДЕ ЫҘАЛАТЫРҒА?
Просмотры: 86
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Загружаем изображение…
Йәшлектәге хата Хикәйә Рәмил ҒИМРАНИ

– Ҡустым, миңә ҡалһа, һин Галинаға ҡарағанда Наиләне нығыраҡ яратаһың, шикелле?

Тулыһынса: https://shonkar.com/news/y-m-i-t/2025-03-25/y-shlekt-ge-hata-hik-y-r-mil-imrani-4229634
Просмотры: 82
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
КӨНЛӘШМӘ!

Һалҡын тейҙереп ауырып киткәс, ҡатыны иренә лимон һатып алырға ҡуша:
— Тик ҡара уны, лимондар боҙолмаған булһын, — ти ул иптәшен магазинға оҙатҡанда.
Ир магазинда тырышып лимон һайларға керешә. Әммә улары йә күгәрә башлаған, йә кипкән, йә йомшаҡ. Ҡумталағы барлыҡ лимондарҙы берәм-һәрәм тотоп ҡарай, бер яҡшыһын тапмай. Шул мәл күҙ ҡыры менән эргәһендә торған ирҙе күрә. Ул да лимон һайлай. Эргәләге ҡумталағы лимондар матур, һап-һары, боҙолмаған.
“Ярай, һайлап алһын да, китһә, мин дә шунан алырмын”, — тип уйлай. Әммә теге ир китергә ашыҡмай. Береһен алып ҡарай ҙа һала, ҡарай ҙа һала... Ахырҙа, ир түҙмәй, мыштырҙы әрләргә тип туп-тура уға әйләнә һәм көҙгөлә үҙенең сағылышын күрә...

КӨНСӨЛЛӨК ЗЫЯНДЫ ТИК КЕШЕНЕҢ ҮҘЕНӘ ГЕНӘ КИЛТЕРӘ. КӨНЛӘШ­КӘНДӘРҘЕҢ ЙӨҘҘӘРЕ ЛӘ МОҢҺОУ БИТ: УЛАР ҮҘҘӘРЕНЕҢ УҢЫШҺЫҘЛЫҒЫ ӨСӨН ГЕНӘ ТҮГЕЛ, Ә БАШҠАНЫҢ УҢЫШЫ ӨСӨН ДӘ ҠАЙҒЫРА. КӨНЛӘШМӘГЕҘ! ЮҒИҺӘ, БӘХЕТҺЕҘ­ЛЕГЕ­ГЕҘҘЕ ҮҘ ҠУЛДАРЫҒЫҘ МЕНӘН ИКЕ ТАПҠЫР АРТТЫРЫРҺЫҒЫҘ!
Просмотры: 90
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Загружаем изображение…
Загружаем изображение…
Загружаем изображение…
Загружаем изображение…
Загружаем изображение…
Загружаем изображение…
Уның тылсымлы тауышы

Ильяс Казбек улы Боташев 2025 йылда, 15 йәшендә, Ҡаҙағстандағы Аҡтау ҡалаһында үткән «Önerli Ören» Халыҡ-ара балалар художество фестивалендә йыр буйынса II урын яулап лауреат булды.

Тулыһынса: https://shonkar.com/articles/y-m-i-t/2026-10-14/uny-tylsymly-tauyshy-4843867
Просмотры: 90
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Загружаем изображение…
Профессор Миңзифа Ҡашҡарова

Утыҙ йыл ғүмерен эскесе ир менән заяға үткәреүен өлкәнәйә килә генә аңланы ул. Йәш саҡта яратам тип сат йәбешеп йәшәне. Аҙаҡ ирһеҙ булғым килмәй тине. Хәҙер арала бер йылы хистәр ҙә ҡалманы, күңелдә бушлыҡ .

Тулыһынса: https://shonkar.com/news/novosti/2021-11-23/professor-mi-zifa-ash-arova-2593685
Просмотры: 96
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
ИЗГЕЛЕК ЭШЛӘҮҘӘН ТУҠТАМАҒЫҘ!
Бабай яңылыш утҡа инеп киткән йыланды күреп ҡала. Сыға алмай сәбәләнгән йән эйәһен йәлләп, уны уттан сығарам тип ҡойроғонан тотоп ала. Шул мәл йылан уны сағып өлгөрә. Ауыртыуға түҙә алмай, бабай йыланды яңылыш кире утҡа ташлай. Хатаһын аңлап, был юлы ҡарт йәмкә ярҙамында йыланды ҡотҡара.
Быны күҙәтеп торған ейәне аптырап, ҡартатаһынан һорай:
— Ниңә йыланды ҡотҡарҙың ул? Ул бит һине саҡты!
— Йылан булғас сыға инде, уның булмышы шулай, — ти бабай. — Ә минең тәбиғәтемдә ҡулымдан килгәнсә ярҙам итеү.

КЕМДЕҢДЕР АУЫР ҺҮҘЕ, ҠЫЛЫҒЫ ҺЕҘҘЕ ТУРА ЮЛДАН ЯҘҘЫРМАҺЫН. ҮҘЕГЕҘГӘ, ИЗГЕЛЕККӘ ТОҒРО БУЛЫП ҠАЛЫҒЫҘ. БАШҠА КЕШЕ ЯУЫЗЛЫҒЫ — УНЫҢ ҒЫНА ҠАЙҒЫҺЫ. ЮҠҠА ҒЫНА ХАЛЫҠТА “ТАШ МЕНӘН АТҠАНҒА АШ МЕНӘН АТ” ТИМӘЙҘӘРҘЕР.
Просмотры: 158
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Вся лента — после бесплатной регистрации
ВКонтакте Телеграм Одноклассники
Избранное в datool.ru

Следите за каналом в личном кабинете

Зарегистрируйтесь в datool.ru, чтобы добавить канал ««ШОҢҠАР» журналы» в избранное и отслеживать его показатели.

Зарегистрироваться
Для владельцев каналов

Подтвердите свой канал

Войдите или зарегистрируйтесь в datool.ru, затем добавьте нашего бота в канал по инструкции в личном кабинете. После проверки владения замок исчезнет и вам станет доступно управление каналом.

Войти или зарегистрироваться

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти