Иртә менән нимә ашау файҙалы?
Организмға ҡышын витаминдар етмәй, тиҙ арыта, йоҡомһората. Күптәребеҙ, ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, иртән бер сынаяҡ сәй йәки ҡәһүә менән генә сикләнә. Ваҡыт яғы тығыҙ икән, кисен бутҡа әҙерләп ҡуйырға мөмкин. Иртә менән аппетитты асыу, ҡанды ҡыуҙырып сығарыу өсөн, бер стакан йылы һыу эсеүҙән лә яҡшыһы юҡ. Төнгә ҡаршы ауыр эшкәртелә торған ризыҡты ауыҙға алмаҫҡа, ғөмүмән, киске алтынан һуң ашамаҫҡа кәрәк. Иртәнсәк бер аҙ асыҡҡан килеш йоҡонан тороу яҡшы.