▶ видео
Ислам дине
- Каналов в рубрике
- 1 861
- Место этого канала
- № 140
Дашборд
13 октября — 19 октября 2026
Загрузка…
Главные числа
Рост аудитории
+203подписчиков за период
+42 самый большой прирост · 16 окт 2026
Индекс качества
71/ 100Хороший
- Аудитория 13 из 25
- Честность роста 25 из 25
- Рекламная нагрузка 20 из 20
- Доверие 5 из 20
- Достоверность расчёта 8 из 10
Религия и вера, 1–5 тыс. подписчиков · каналов в группе: 107
Просмотры и охват
39 088просмотров за период 30,4 %
Средний охват поста — 1 404 просмотров (посты старше двух суток).
Вовлечённость подписчиков
2,70 %ER = реакции ÷ просмотры 1,0 п. п.
Индекс цитируемости
0,4индекс цитируемости 216,7 %
Место среди похожих — выше, чем у 51 %. До уровня «высокий» нужно обойти ещё 32 канала.
17 255-е место в MAX · Подробнее — вкладка «Упоминания»
Когда и сколько публикует
Форматы публикаций
Каждый пост — точка
Выше — больше просмотров, крупнее — больше реакций. Нажмите на точку, чтобы открыть пост.
Итоги периода
Нажмите на показатель — ниже он появится по точкам периода
Реклама в канале
Лучшие публикации
По просмотрам за период
Публикации по дням
Бледные столбики — дни, линия — среднее за 7 дней: видно, разгоняется канал или затихает
Данные обновлены в 05:28 по Москве. Просмотры — текущие у постов, вышедших в эти дни; средний охват — по постам старше двух суток. Как считается индекс качества
Публикации за период
Загрузка…
▶ видео
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллааһү ғәләйһи үәс-сәләм әйткән:
«Һеҙҙең һәр берегеҙ көтөүсе һәм һәр береһе үҙенең көтөүе өсөн яуаплы. Имам – көтөүсе һәм үҙенең көтөүе өсөн яуаплы, ир-ат үҙенең ғаиләһе өсөн көтөүсе һәм ул үҙенең көтөүе өсөн яуаплы, ҡатын-ҡыҙ үҙенең иренең өйөндә көтөүсе һәм үҙенең көтөүе өсөн яуаплы, хеҙмәтсе үҙенең хужаһының малдары өсөн көтөүсе һәм ул үҙенең көтөүе өсөн яуаплы, һәм һеҙҙең һәр берегеҙ көтөүсе һәм үҙегеҙҙең көтөүегеҙ өсөн яуаплы». («Бохари», 844;«Мөслим», 7408)
Был хәҙистән күренеүенсә, ир-ат – ғаиләһенә, йәғни ҡатынына, балаларына көтөүсе. Ҡатын-ҡыҙ иһә фәҡәт үҙенең иренең өйөндә көтөүсе. Кемдең кем өҫтөнән көтөүсе икәнен Аллаһы Тәғәлә билдәләй. Ҡатындың йә иһә ирҙең теләге менән генә вазифаларҙы алышыу хаҡлыҡҡа тура килмәй. Атай кеше үҙ ғаиләһен хәләл ризыҡ менән тьәмин итергә тейеш һәм шул ваҡытта балаларҙы тәрбиәләү мәсьәләһендә оноторға тейеш түгел.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт c.ғ.: «Атайҙың балаға ҡалдырған иң ҙур мираҫы – яҡшы тәрбиә», — тине. Атаның мөхәббәте әсәнекенә ҡарағанда ла баланың изге йәнле булыуына нығыраҡ тәьҫир итә икән. Ир бала атаһына оҡшап үҫергә ынтыла, ҡыҙ бала атаһына оҡшаған егеткә кейәүгә сығырға тырыша. Ысынлап та бер ниндәй байлыҡ та баланың холҡон кире ҡайтара алмайҙыр. Шуға күрә киләсәктә үҙегеҙ үҫтергән емештәрҙең иң татлыһын ашайһығыҙ килһә, балаларығыҙға дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышығыҙ, тип әйтелә бит.
Әлбиттә атай кеше донъяүи эштәр менән мәшғүл, ирҙәргә ғаиләне мәтди яҡтан тәьмин итеү бурысы йөкләтелгән бит. Шуға ла баланы тәрбиәләгәндә күп мәшәҡәттәр әсәйҙәр өҫтөнә төшә. Ләкин бала тәрбиәһендә атайҙар мөһим роль уйнарға тейеш. Ата наҙына малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа бер үк дәрәжәлә мохтаж. Атай мөхәббәтенә төрөнөп үҫкән балалар бәхетле һәм үҙ маҡсатына ирешеүсән булып үҫә. Атай кеше баланың үҙ баһаһын формалаштырырға ла ярҙам итә.
Каналды уҡыусыбыҙ һорай.
«Үә ғәләйкүм әссәләм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
Бик урынлы һорау. 🌿
Аят уҡығанда мулланың алдына ашъяулыҡ йәки махсус яулыҡ йәйеү — ҡайһы бер урындарҙа һаҡланып килгән халыҡ йолаһы. Әммә Ҡөрьән аяттарын уҡыу өсөн мотлаҡ рәүештә айырым ашъяулыҡ йәки «аят яулығы» һалырға кәрәк тигән талап Ҡөрьәндә лә, сөннәттә лә юҡ.
Ҡөрьән уҡылғанда иң мөһиме — ихтирам, ихласлыҡ һәм әҙәп. Ҡөрьәнде таҙа урында уҡыу, таҙалыҡты һаҡлау — мөһим ғәмәлдәр. Ә мулланың алдына айырым туҡыма йәйеү үҙе генә аят уҡыуҙың шарты булып тормай.
Әгәр был туҡыма өҫтәлде таҙа тотоу йәки китаптарҙы урынлаштырыу өсөн ҡулланылһа, әлбиттә, бының бер ниндәй зыяны юҡ. Әммә уны дин буйынса мотлаҡ тип иҫәпләү дөрөҫ булмаҫ.
Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла динебеҙҙе дөрөҫ аңлап, халыҡ йолаларын дин талаптары менән бутамайынса йәшәргә насип итһен! Әмин».
▶ видео
🌷 Хәйерле, бәрәкәтле иртәләр, ҡәҙерле дуҫтарым!
Ял көндәребеҙ тыныс, эштәребеҙ уң, күңелдәребеҙ иманлы булһын! Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла һаулыҡ, бәхет һәм Үҙенең ризалығында йәшәргә насип итһен!
Ер йөҙөндә тыныслыҡ урынлашһын, яугирҙарыбыҙ иҫән-һау ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһын!
Ин шәә Аллаһ! Әмин!
Каналға яҙылыусыбыҙ һорай.
Мотлаҡ уҡып сығығыҙ
Һыбайлы яҙғы көндә йылға аша сығырға була. Аты ауыҙлыҡланғанлыҡтан, ҡурҡҡан һыбайлының атты иреккә ҡуймауынан, ҡолаҡтарына һыу инеп, ат бата.
Һыбайлы йылғаны йөҙөп сыҡмаҡсы була:
«Иҫән-һау ғына сыға алһам, ҡорбан салыр инем!» – ти был кеше.
«Һыуға батмай ғына ҡотолоп сыҡһам, ике һарыҡты ҡорбан итеп салыр инем!» – ти ул тағы ла.
Ошо нәҙерен ҡабатлап, ҡорбанлыҡты өсәүгә еткерә. Ярға сығырға ике метрҙай самаһы ҡалғас, теге кеше кинәнесенән: «Аллаһты алдап-йолдап сығып киләм бит әле!» – ти.
Шулай тип әйтеп тә өлгөрә, бер ҙур ғына боҙ был кешенең башына килеп бәрелә, йөҙөп барған был кеше аңын юғалта һәм һыу төбөнә китеп, һәләк була.
Бәлә янағанда, кеше нәҙер әйтә. Шул нәҙере бәрәкәтендә бәләнән ҡотолһа, бәғзе кеше нәҙерен онота: «Былай ҙа ҡотолдом. Нәҙер әйтмәһәм дә булған икән... ярай, әйттем дә – бөттө...»
Ҡиссаның фәһеме: Аллаһты бәндә һис алдай алмай. Кешенең ихласмы, түгелме икәнен ул ғына яҡшы белә.
🔸 ӘЛХӘМДҮЛИЛЛӘҺ (الحمد لله)
🌿 Мәғәнәһе: «
Бөтә маҡтауҙар Аллаһҡа булһын!»
Был һүҙҙе Аллаһ Тәғәләгә биргән ниғмәттәре, һаулыҡ, ризыҡ, тыныслыҡ һәм башҡа яҡшылыҡтары өсөн шөкөр иткәндә әйтәбеҙ.
💚 Мәҫәлән: «Әлхәмдүлилләһ, барыһы ла яҡшы!»
🔸 БИСМИЛЛӘҺ (بسم الله)
🌿 Мәғәнәһе: «Аллаһ исеме менән».
Тулыһынса: «
Бисмилләһир-Рахмәнир-Рахим» — «Донъяла ла, ахирәттә лә мәрхәмәтле, рәхимле Аллаһ исеме менән».
Ҡөрьәндәге күпселек сүрәләр ошо һүҙҙәр менән башлана. Ҡөрьән аяттарын уҡыр алдынан да ошо һүҙҙәрҙе әйтергә кәрәк .
Ғөмүмән, һәр изге эшебеҙҙе, ашау-эсеүҙе һәм көндәлек ғәмәлдәребеҙҙе «Бисмилләһ» тип башларға тырышырға тейешбеҙ.
Мәҫәлән: Ашар алдынан, эшкә тотонғанда йәки юлға сыҡҡанда.
🔸 ИН ШӘӘ АЛЛАҺ (إن شاء الله)
🌿 Мәғәнәһе:
«Аллаһ Тәғәлә теләһә».
Киләсәктә берәй эш башҡарырға ниәтләгәндә, нимәлер булыуын теләгәндә йәки өмөт иткәндә әйтелә.
💚 Мәҫәлән: «Ин шәә Аллаһ, иртәгә осрашырбыҙ!»
🔸 МӘШӘАЛЛАҺ (ما شاء الله)
🌿 Мәғәнәһе: «
Аллаһ теләгәнсә», «Аллаһ шулай теләгән».
Берәй матур, һоҡланғыс йәки ҡыуаныслы нәмә тураһында һөйләгәндә йәки маҡтау рәүешендә әйтелә.
🔸 СӨБХӘНАЛЛАҺ (سبحان الله)
🌿 Мәғәнәһе: «
Аллаһ һәр төрлө кәмселектән пак!»
Ғәҙәттә, иҫ киткес ваҡиға, осраҡ булғанда (яҡшы ла, яман да булырға мөмкин.
🌸 Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәрем, телдәребеҙ Аллаһты зекер итеүҙән туҡтамаһын, күңелдәребеҙ шөкөр һәм иман нуры менән тулһын!
🤲 Аллаһ Тәғәлә беҙҙе Үҙен йыш иҫкә алыусы, биргән ниғмәттәренә шөкөр итеүсе һәм һәр эшен Уның исеме менән башлаусы бәндәләренән итһен! Әмин!
Ошо матур һүҙҙәрҙе көндәлек тормошобоҙҙа йышыраҡ ҡулланайыҡ һәм балаларыбыҙға ла өйрәтәйек!
▶ видео
▶ видео
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…
Загрузка…