Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

Бик фәһемле ҡисса


Мотлаҡ уҡып сығығыҙ

Һыбайлы яҙғы көндә йылға аша сығырға була. Аты ауыҙлыҡланғанлыҡтан, ҡурҡҡан һыбайлының атты иреккә ҡуймауынан, ҡолаҡтарына һыу инеп, ат бата.
Һыбайлы йылғаны йөҙөп сыҡмаҡсы була:
«Иҫән-һау ғына сыға алһам, ҡорбан салыр инем!» – ти был кеше.

«Һыуға батмай ғына ҡотолоп сыҡһам, ике һарыҡты ҡорбан итеп салыр инем!» – ти ул тағы ла.

Ошо нәҙерен ҡабатлап, ҡорбанлыҡты өсәүгә еткерә. Ярға сығырға ике метрҙай самаһы ҡалғас, теге кеше кинәнесенән: «Аллаһты алдап-йолдап сығып киләм бит әле!» – ти.
Шулай тип әйтеп тә өлгөрә, бер ҙур ғына боҙ был кешенең башына килеп бәрелә, йөҙөп барған был кеше аңын юғалта һәм һыу төбөнә китеп, һәләк була.

Бәлә янағанда, кеше нәҙер әйтә. Шул нәҙере бәрәкәтендә бәләнән ҡотолһа, бәғзе кеше нәҙерен онота: «Былай ҙа ҡотолдом. Нәҙер әйтмәһәм дә булған икән... ярай, әйттем дә – бөттө...»

Ҡиссаның фәһеме: Аллаһты бәндә һис алдай алмай. Кешенең ихласмы, түгелме икәнен ул ғына яҡшы белә.
Просмотры: 1 980
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти