Открытый канал ID 76996124122521

АРҠЫРЫ ТЫРМА

Гел генә тура-ыңғай йөрөп булмай инде – кемдер тайыш баҫа, кемдер – арҡыры, тигәндәй. Эш-көш, көнкүреш мәсьәләһендә лә шулай. Донъя был...
Кинәйә, сарказм, төртмә теллелек, юмор – йомро һүҙ яратыусылар, килегеҙ бында!

Открыть в MAX

Публикации за период

По реакциям

Поиск и вся лента — после бесплатной регистрации. Свои даты — по подписке; владелец канала видит их бесплатно. Сортировка по реакциям — по подписке. Зарегистрироваться

Загрузка…

Уфабыҙҙа элекке парк яңыртып асылғанын ишеттегеҙ, күрҙегеҙ. Матур! Күңелле! Ҡыуандырғыс! Бер уй мишайт итеп йөрөй: баш ҡалабыҙ оҙаҡламай колоннадалар ҡалаһына әйләнер әле ул. Нисауа, уныһы ла матур ул. Әйләнеп-әйләнеп ҡарап сыҡтым. Башлығыбыҙ ҙа шундый нәмәне бик ярата ти бит. Уаҡыты еткәс үҙ урынына ҡуйыла торған Салауат һәйкәле эргәһенә лә теҙеп ҡуйһалар ҙа аптырамаҫбыҙ ул бағаналарҙы. Барып күрегеҙ Ленин паркын. Фотоларын юрый ҡуймайым - үҙегеҙ барып ҡарағыҙ. Бер юлы Бабай янында ла тороп китерһегеҙ. 😊
Просмотры: 23
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Алтын бензин... 5–12 октябрҙә беҙҙә бензин яҡынса 17 тингә ҡыйбатайған. Бөтә марка бензин хаҡы күтәрелгән. Дизель хаҡы ла шул иҫәптән.
Илдә әҙерәк арназайған төбәктәр ҙә бар...
Һаман НПЗ-ыларҙы атакалайҙар. Баяғы дизель тураһында әйтмәй ҙә булмай – Америкаға һатабыҙ, тинек. Аңлашылмай... Аңлатмаһы бар инде, сурытырға ғына кәрәкмәй...
Ҡасан бөтөр был проблема.
Пы.Сы. Әллә, былай кеше бик йонсомай шикетте – урам тулы машина ғоулап йөрөп тора.
Просмотры: 35
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Бөгөн, 15 октябрҙә, халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө билдәләнә икән.
Был дата ауылда йәшәгән, эшләгән, баҡса сәскән, мал ҡараған, ғаиләһен тәрбиәләгән, ауылдың мәҙәниәтен, йолаһын һәм рухи ҡиммәтен һаҡлаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың хеҙмәтенә иғтибар йәлеп итеү өсөн булдырылған. Шәп көн! Булһын шул.
Элек башҡорт ауылдарында әсәйҙәр, өләсәйҙәр, хатта йәшерәк еңгә-килендәр ҙә балаларға туған телде, милли аш-һыу әҙерләргә, ҡул эштәренә ныҡ иғтибар биреп, өйрәтә торғайны. Дөрөҫ булған да. Был бит аҡса күплеге, машиналар һаны, йорт-коттедж ҙурлығы менән үлсәп булмай торған рухи мираҫ.
Ҡала балалары каникулға ҡайтһа, киткәндә теле шымарып, башҡортса һөйләшеп китәләр ине. Хәҙер ауылда тыуғандар ҙа, тыуғас та русса һөйләшеп тыуа. Был насар түгел ул, беҙҙең урта, өлкән быуында бит комплекс бар – русса һөйләшә белмәйем йә акцентым бар, тиҙәр. Әллә шуға инде, хәҙер ауыл балалары үҙ-ара русса аралаша. Бәпестән өйрәтәләр. Ярай, арҡырыланмайым әле. Мөһиме шул, бер ерҙә лә юғалып ҡалмаһындар (элеккеләр ҙә бына тигән итеп йәшәнесе).
Ауыл ҡатындарына донъя көтөүе лә еңелләште. Күптәре һыйыр ҙа һаумай әле. Икмәкте лә магазиндан ғына һатып алалар. Ҡул менән кер йыумайҙар, йылғанан көйәнтәләп һыу ташымайҙар, мейестәр ҙә һирәк кенә өйҙә ҡалды. Рәхәт донъя көтөүе. Яҡшы ла инде – ҡасан да булһа, рәхәт булырға тейеш бит ауылда ла.
Үәт, хәҙер рәхәтләнеп йәшәһендәр!
Ауыл йәшәһә — ил йәшәй, ауыл ҡатын-ҡыҙы йәшәһә — ауылдың йәме йәшәй! Сәләмәт булығыҙ!
Просмотры: 32
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Байрамыбыҙ менән!
Ҡасандыр был көн бик рухлы үтә торғайны. Бер уаҡыт ҡына булалыр инде шулай.
Ярай, әле лә матур байрам итергә тырышалар.
Нимәһе иғтибарҙы йәлеп итте: бөгөн анауы һүрәтте һәм шуның кеүектәрҙе күп һалдылар. ИИ эшләгән һүрәт инде күренеп тора. Тик бына башҡортса ҡ хәрефен яҙҙыра белмәгәндәр. Таралып киткән шулай ҡаҙаҡса яҙылып.
Әллә ҡаҙаҡтар эшләп биргәнме, күршеләрҙе ҡоттайбыҙ тип.
Ул яһалма интеллект менән булышҡас, самый дөрөҫ итеп задание бирер кәрәк.
Ярай, байрам көндө арҡырыланмайым әле😄
Просмотры: 38
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының быйылғы лауреаттары тураһында указ сыҡҡан.
Ну, ни әйтәйек? Маладистар! Артабан да шулай дауам итегеҙ! Йәғни, эшегеҙҙе, ижадығыҙҙы. Һәм тырышлығығыҙ һүлпәнләнмәһен!
Просмотры: 46
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Ишембайҙың башлығы-ы-ы🤔
Район-ҡала башлыҡтары бик тиҙ алмашына, әле генә берәүҙе ҡуйып, һаулыҡ һорашырға ла инеп өлгөрмәйбеҙ, ҡараһаҡ икенсеһе ултыра ужы.
Лабиринт кеүек.
Бына Ишембайҙыҡы китте бит инде. Урынына Бөрйәндекен и.о. иттеләр. Хәҙер Бөрйән буш ҡалды. Ә юҡ унда Биләрит егетен ҡуйып ҡуйҙылар.И.О.
Ә шул Бөрйәндеке Бөрйәндә ҡалып торһа, Ишембайға баяғы Биләрит егетен, но Бөрйәндә ҡанат нығыта башлағанды ҡуйһалар булмай микән? Ә юҡ. Ахыры Ишембайға ҡанаты ужы нығынғанды ҡуяр кәрәктер.😄
Каруче, тегентә-мынта шыуҙыралар. Әйҙә, уңыштар өсөһөнә лә.
Пы. Сы. Бөрйән прәме кузница кадров. Шәриповҡа айырым уңыштар😊
Просмотры: 64
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
– Ауылда рәхәт – өшөттөрһә, мейес яғырға була...
– Һе, мейесең булһа, яғырһың. Замана рәхәтлеге тип вись газ индерҙеләр ҙәе. Мейес йә утлыҡсала ла (аласыҡ та тиҙәр), йә мунсала – тимере.
– Барыбер рәхәт. Һәр өйҙөң үҙ газы.
...Ҡоҙам менән һөйләшәбеҙ. Көн һыуытты. Ҡаланың таш өйҙәре көндән дә нығыраҡ һыуытты. Батареяға ҡарап дерелдәп утырабыҙ.
Просмотры: 53
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Ололар көнө менән!
Һеҙ — ғаиләбеҙҙең терәге, тормошобоҙҙоң аҡыллы кәңәшселәре, яҡты хәтирәләр һәм изге йолалар һаҡсылары.
Һеҙгә иң мөһиме — ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һәр яңы көнөгөҙ яҡындарығыҙҙың хәстәрлеге, балаларығыҙҙың һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең йылмайыуы менән башланһын. Өйөгөҙҙән – ҡот, йөрәгегеҙҙән – йылы, күңелегеҙҙән өмөт бер ваҡытта ла китмәһен.
Тормош юлығыҙҙағы матур хәтирәләр күңелегеҙҙе йылытып торһон, ә киләсәк көндәр тик шатлыҡлы хәбәрҙәр, бәхетле осрашыуҙар һәм ҡыуаныслы ваҡиғалар алып килһен! 😍Каналыбыҙҙы ҡарап барыусы оло йәштәге дуҫтарыбыҙға был матур һүҙҙәр. Һәр көн бәхетле йәшәгеҙ!
Просмотры: 48
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Бөгөн иҫтәлекле дата тиҙәр...
2022 йылдың 30 сентябрендә Рәсәй сиге киңәйҙе – ДНР, ЛНР, Запорожск, Херсон өлкәләре ҡушылды. Ул яҡ халҡы шулай теләне. Ошо дүрт төбәк ҡушылғас, беҙҙең илдә 89 субъект булып китте, майҙан да 17,1 млн кв. км-ға артты, кеше өҫтәлде.
Мөһиме, тинеләр, һан түгел, ә стратегик үҙгәрештәр. Яңы территорияларға ярҙам итә башланыҡ. Итәбеҙ, итәсәкбеҙ.
Әйтке килә яңы илдәштәргә: һеҙ тыныс йәшәһен өсөн ҡорбан бирәбеҙ...
 
Бөгөн иҫтәлекле бер көн, тиҙәр...
Бәлки, бәғзеләргә иҫтәлек...
Донбасс уты яныр быҫҡып-быҫҡып,
Юғалтыуҙан, иҫте китәреп.
Иҫтә ҡалырлыҡ көн булды, тиеп,
Ҡыуаналыр инде донбасстар.
Ҡушылыуҙан айырылыу ҙа бар –
Шәһиттәр бит кире ҡайтмаҫтар...
Просмотры: 45
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Вся лента — после бесплатной регистрации
ВКонтакте Телеграм Одноклассники
Избранное в datool.ru

Следите за каналом в личном кабинете

Зарегистрируйтесь в datool.ru, чтобы добавить канал «АРҠЫРЫ ТЫРМА» в избранное и отслеживать его показатели.

Зарегистрироваться
Для владельцев каналов

Подтвердите свой канал

Войдите или зарегистрируйтесь в datool.ru, затем добавьте нашего бота в канал по инструкции в личном кабинете. После проверки владения замок исчезнет и вам станет доступно управление каналом.

Войти или зарегистрироваться

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти