Бөгөн, 15 октябрҙә, халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө билдәләнә икән.
Был дата ауылда йәшәгән, эшләгән, баҡса сәскән, мал ҡараған, ғаиләһен тәрбиәләгән, ауылдың мәҙәниәтен, йолаһын һәм рухи ҡиммәтен һаҡлаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың хеҙмәтенә иғтибар йәлеп итеү өсөн булдырылған. Шәп көн! Булһын шул.
Элек башҡорт ауылдарында әсәйҙәр, өләсәйҙәр, хатта йәшерәк еңгә-килендәр ҙә балаларға туған телде, милли аш-һыу әҙерләргә, ҡул эштәренә ныҡ иғтибар биреп, өйрәтә торғайны. Дөрөҫ булған да. Был бит аҡса күплеге, машиналар һаны, йорт-коттедж ҙурлығы менән үлсәп булмай торған рухи мираҫ.
Ҡала балалары каникулға ҡайтһа, киткәндә теле шымарып, башҡортса һөйләшеп китәләр ине. Хәҙер ауылда тыуғандар ҙа, тыуғас та русса һөйләшеп тыуа. Был насар түгел ул, беҙҙең урта, өлкән быуында бит комплекс бар – русса һөйләшә белмәйем йә акцентым бар, тиҙәр. Әллә шуға инде, хәҙер ауыл балалары үҙ-ара русса аралаша. Бәпестән өйрәтәләр. Ярай, арҡырыланмайым әле. Мөһиме шул, бер ерҙә лә юғалып ҡалмаһындар (элеккеләр ҙә бына тигән итеп йәшәнесе).
Ауыл ҡатындарына донъя көтөүе лә еңелләште. Күптәре һыйыр ҙа һаумай әле. Икмәкте лә магазиндан ғына һатып алалар. Ҡул менән кер йыумайҙар, йылғанан көйәнтәләп һыу ташымайҙар, мейестәр ҙә һирәк кенә өйҙә ҡалды. Рәхәт донъя көтөүе. Яҡшы ла инде – ҡасан да булһа, рәхәт булырға тейеш бит ауылда ла.
Үәт, хәҙер рәхәтләнеп йәшәһендәр!
Ауыл йәшәһә — ил йәшәй, ауыл ҡатын-ҡыҙы йәшәһә — ауылдың йәме йәшәй! Сәләмәт булығыҙ!
Просмотры: 33
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти