▶ видео
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостанда һауа торошо боҙолоуы тураһында хәбәр итә
Ямғыр яуыуы, йәшен һәм елдең секундына 17 метрға тиклем етеүе фаразлана. Төндә ҡырау төшөүе ихтимал, шуға ла баҡсасыларҙы асыҡ һауалағы үҫемлектәрҙе йәшереү яҡшыраҡ тип иҫкәртәләр.