Сигелгән ҡулъяулыҡ
Һеңлем телефондан әсәйемдең бер аҙ ауырыңҡырап тороуы хаҡында әйткәс, ауылға ҡайтып килергә булдым. Үҙем дә күптән йыйынғайным инде, мәле генә сыҡмайыраҡ торҙо. Магазиндан күстәнәстәр сығып алдым. Уларҙы башта пакетҡа ғына тултырғайным. Кейем-һалымдарымды ла йыйнай башлағас, әйберҙәрем күбәйҙе лә китте. Шуға, эсенә әллә күпме нәмәләр һыя, уңайлы ла, тип юл сумаҙанын алырға булдым. Ултырғысҡа баҫып, уны антресолдән тартып сығарайым тиһәм, шап итеп иҙәнгә фотоальбом килеп төштө. Араһынан ниндәйҙер бер сепрәк киҫәге осоп сығып, өҫтәл аҫтына барып ятты. Ипләп кенә ултырғыстан төштөм. Ҡараһам, Камилдың һалдат альбомы. Ни өсөн ул бында ята? Нисек килеп эләккән? Мин һалмағайным. Ә тегеһе – ҡулъяулыҡ. Матур итеп сигелгән.📍https://kungak.ru/news/literature/2026-11-25/sigelg-n-ul-yauly-4887658