Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость
Открытый канал ID 68788825028083

Газета "Урал"/"Урал" гәзите

Каналов в рубрике
13 200
Место этого канала
№ 8 011
Открыть рубрику →
Открыть в MAX

Публикации за период

По реакциям

Поиск и вся лента — после бесплатной регистрации. Свои даты — по подписке; владелец канала видит их бесплатно. Сортировка по реакциям — по подписке. Зарегистрироваться

Загрузка…

Репост из «Радий Хабиров»

Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй) Совсем недавно этот проект казался нереализуемым. А теперь мы близки к его завершению. Я думаю, многие жители республики уже заметили это.

Я говорю о расширении участка Р-240 от Стерлитамака. Его протяженность – почти 23 км. Он очень загруженный, а потому довольно опасный.

Главная задача – снизить аварийность и сделать дорогу максимально комфортной. Для этого мы увеличиваем число полос с 2 до 4, организуем безопасные левые развороты, устанавливаем барьерное ограждение, светофоры, фонари, оборудуем тротуары.

Сдать обновленный участок трассы планируем уже до конца этого года. Осталось совсем немного.

Всем удачи и безопасных дорог!
Просмотры: 63
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Тауҙар, тайга һәм мөмкинлектәр сигендә эшләү: районда ҡотҡарыусыларҙың республика ярыштары старт алды!
Бөгөн төп Беренселеккә рәсми старт бирелде. Ярыштарҙы үткәреү өсөн Белорет районы осраҡлы ғына һайланманы. Үҙенсәлекле ҡатмарлы рельеф һәм төндә температураның 0- градусҡа ҡәҙәр түбәнәйгән көҙгө һауа торошо оҫталыҡты һынау өсөн идеаль шарттар булдыра.
Быйыл "Иң яҡшылар" исеменә 10 көслө команда көрәшә - был үҙ эшенең 40 профессионалы. Ҡатнашыусылар ике ҡатмарлы дистанцияға уҙыша.
Кросс-эстафета. Дистанция урындағы мототрасса буйлап үтә. Был трасса ҡотҡарыусыларҙан уғата сыҙамлыҡ талап итә.
Арауыҡта 50 метрға күтәрелеү. Техник яҡтан иң ҡатмарлы этаптарҙың береһе. Арҡан менән 15 ҡатлы йортҡа тиклем күтәрелеү өсөн көс бүлеүҙең камил булыуы кәрәк. Бында ҡулдар ғына эшләмәй - аяҡ һәм арҡа мускулдарына ҙур көс һалына. Был дисциплинала техникала бәләкәй генә хата ла тиҙ арала көстө һәм ваҡытты ала.
Бөтә этаптар ҙа ҡотҡарыусыларға көн һайын осраған ысынбарлыҡҡа яҡын. Алда тағы бер нисә көн тәбиғәттә етди һынауҙар көтә.
Ярыштар барышын күҙәтәбеҙ, ә йомаға йомғаҡ яһаясаҡбыҙ.
Бөтә командаларға уңыштар, ышаныслы ҡорамалдар һәм дистанцияларҙы уңышлы үтеүҙәрен теләйем.
Cығанаҡ: Кирилл Первов.
Просмотры: 44
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
📌 Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән мөһим ҡарарҙар
 
➖ Башҡортостандың яғыулыҡ ҡойоу станцияларында сикләүҙәр рәсми рәүештә бөтөрөлдө. Яғыулыҡ баҙарында хәл тотороҡлана, шуға күрә водителдәргә яғыулыҡты канистрҙарға һәм башҡа төрлө һауыттарға теләгән күләмдә ебәрергә рөхсәт ителә.
 
➖ Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде. «Һеҙҙең өҫтә – властың барлыҡ тармаҡтарының үҙ-ара килешеп эш итеүе, Хакимиәттең һөҙөмтәле эшен тәьмин итеү, күп һанлы ижтимағи-сәйәси процестарҙы координациялау», – тине төбәк етәксеһе, был хаҡта хәбәр итеп.
 
➖ Радий Хәбиров республикала вейптарҙы тулыһынса тыйыу һәм ҡәтғи сикләүҙәр был бизнесты күләгә секторына алып китәсәк тигән фекерен белдерҙе. Яуаплы ведомстволарға электрон тәмәке һатыуҙы сикләү мәсьәләһен тикшерергә һәм дәлилләнгән ҡарар тураһында хәбәр итергә ҡушты;
 
➖ «Алға» махсус иҡтисади зонаһы Рәсәйҙең иң һөҙөмтәле биш сәнәғәт зонаһы исемлегенә инде. Илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы майҙансыҡтың юғары инвестиция йәлеп итеү кимәлен билдәләне. Һөҙөмтәләр Мәскәүҙә IV Халыҡ-ара махсус иҡтисади зоналар форумында иғлан ителде;
 
➖ Башҡортостандан иретеп йәбештереүсе Ринат Изикаев Рәсәй командаһы составында Ҡытайҙа үткән Халыҡ-ара турнирҙа еңеү яуланы. Радий Хәбиров уға «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалын тапшырҙы. Эшсе наградаға юғары профессиональ оҫталығы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн лайыҡ булды;
 
➖ Республика Башлығы Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы етәксеһе менән таныштырҙы. Сираттан тыш конференция йомғаҡтары буйынса ойошма рәйесе итеп Юрий Мельников һайланды. Ойошманың потенциалы бик юғары, уға яңы һулыш бирерһегеҙ, тип ышанысын белдерҙе республика етәксеһе;
 
➖ Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш 11 ноябрҙә 19:00 сәғәттә үтә. Уны БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», ЮТВ, «Сәләм» телеканалдарында, «Юлдаш» радиоһы эфирында һәм республика етәксеһенең социаль селтәрҙәрендә ҡарарға һәм тыңларға мөмкин. Һорауҙарҙы оҙаҡламай ҡабул итә башлаясаҡтар;
 
➖ Төбәк етәксеһе Үзбәкстанға эш сәфәре барышында Йозеф Ласселсбергер саҡырыуы буйынса компания заводында булды, яҡтар беҙҙә тағы бер Cemix заводы төҙөү тураһында һөйләшеп килеште. Уны сит ил инвестициялары менән хәл яйға һалынғандан һуң төҙөргә планлаштыралар;
 
➖ Республика аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыу эштәрен тамамланы. Радий Хәбиров аграрийҙарға уңышлы урып-йыйыу кампанияһы өсөн рәхмәт әйтте һәм агросәнәғәт комплексы эшенең мөһимлеген, төбәктең юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүен билдәләне;
 
➖ Башҡортостанда 2025 йылдан федераль финанслауҙы йәлеп итеп алты мәғариф объекты төҙөлгән, уларҙың дүртәүһе – «ПроШкола» менән концессия килешеүе сиктәрендә. Радий Хәбиров Өфөлә билдәләнгән ваҡытҡа өс мәктәп төҙөлөшөн тамамларға ҡушты
Просмотры: 35
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш. — видео, канал «Газета "Урал"/"Урал" гәзите» ▶ видео
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш.
Республика ауылдары һәм ҡалалары нисек йәшәй? Көндәлек тормош тураһындағы һорауҙар, уларға төбәк етәксеһенең яуаптары.
Тура эфирҙы БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», ЮТВ, «Сәләм» телеканалдары, «Юлдаш» радиостанцияһы, шулай уҡ Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәләре аша ҡарағыҙ, тыңлағыҙ һәм ҡушылығыҙ.
Тура эфир 2026 йылдың 11 ноябрендә 19:00 башлана.
Просмотры: 46
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Ирекмәндәр сираттағы сәфәрҙән ҡайтты. — видео, канал «Газета "Урал"/"Урал" гәзите» ▶ видео
Ирекмәндәр сираттағы сәфәрҙән ҡайтты.
Был юлы биш машина һәм бер квадроцикл, генераторҙар, маскировка селтәрҙәре һәм костюмдары, дронға ҡаршы өҫ кейемдәре, окоп шәмдәре, төҙөлөш материалдары, запчастар, янғын һүндергестәр, госпиталдәр өсөн кәрәкле әйберҙәр, һыу, аҙыҡ-түлек, адреслы посылкалар алып барҙыҡ. Барыһы ла адресаттарға еткерелде. Егеттәр бөтә һуғыш хәрәкәттәре линияһы буйлап йөрөп сыҡты.
Район халҡына, кемдәр йөк йыйған һәм уны илтеп биргән ирекмәндәргә рәхмәт әйткем килә. Һәр коробка һәм һәр посылка артында иғтибарығыҙ, хәстәрлегегеҙ һәм хеҙмәтегеҙ тора.
Һәр берегеҙгә рәхмәт! Бергә – көслөрәк.
Сығанаҡ: Азат Хакимов.
Просмотры: 49
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Бышҡортостан: аҙнаның мөһим яңылыҡтары

Өфө Дәүләт нефть техник университеты студенты Лина Закирова Сеулда үткән "Miss Asia Awards" конкурсында еңеүсе булды.

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстандағы «Бекабад» технопаркына тәүге ташты һалды. Был республиканың Рәсәйҙән ситтәге тәүге сәнәғәт паркы.

Башҡортостан адаптив спортты үҫтереүҙә алдынғыларҙың береһе булды. Төбәктең уңыштары Красноярскиҙа «Рәсәй – спорт дәүләте» халыҡ-ара форумында билдәләнде.

Күреү һәләте насар булған һәм һуҡырҙар араһында ҡаяға үрмәләү буйынса Башҡортостан Чемпионатында Дәүләт нефть техник университеты студенты Артем Бондаренко абсолют еңеүсе булды. Алда егетте халыҡ-ара ярыштар һәм 2028 йылда үтәсәк паралимпиадаға һайлап алыу көтә.

Сәмәрҡәндтәге саммитта Өфө хосписының тәжрибәһе күрһәтелде. «Бәхет территорияһы», «Өфө хосписы» һәм «Воскресенский собор» хәйриә фондтары попечителлек советтары рәйесе Каринэ Хәбирова «Тормош сифатына инвестициялар: балаларҙың паллиатив ярҙамын һәм уларҙың ғаиләләрен нығытыу» секцияһында сығыш яһаны.

Өфөгә 40 мең йыллыҡ Люба ҡайтты. Башҡортостан Милли музейында легендар мамонт балаһы Люба менән күргәҙмә асылды. Ямал тундраһында табылған мумия ошондай табыштар араһында иң яҡшы һаҡланғандарҙың береһе тип һанала.

Агророботтар һәм пилотһыҙ осоусы аппараттар: киләсәк фермерҙарын мәктәптән үк әҙерләй башлаясаҡтар. Башҡортостанда ауыл хужалығында иртә һөнәри йүнәлеш биреүгә өҫтөнлөк бирелде. Әлеге ваҡытта республикала 150 мәктәптә 248 агрокласс эшләй.

Башҡортостандың бер ауылында 10 мең ағас ултыртылды. Шишмә районында «Урман ултырт» акцияһында мәктәп уҡыусылары, ата-әсәләр һәм ауыл халҡы ҡатнашты.

"AY YOLA" "Рәсәй" телеканалындағы «Ну-ка, все вместе!» шоуында эксперт булды һәм Николай Басков менән Сергей Лазаревты "Һомай" йырына бейетте.

Башҡортостан Башлығы хоккейсы Григорий Панинға КХЛ-да 1000-сы уйыны уңайынан Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. «Был иҫ киткес һөҙөмтә! Еренә еткереп эш башҡарған, команданы алға әйҙәгән, боҙҙа бик ауыр эштәр башҡарған ысын ир-егет, капитан. Әлбиттә, уға оҡшарға теләгән меңләгән беҙҙең малайҙарға өлгө булып тора», — тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Просмотры: 46
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
ВКонтакте Телеграм Одноклассники
Избранное в datool.ru

Следите за каналом в личном кабинете

Зарегистрируйтесь в datool.ru, чтобы добавить канал «Газета "Урал"/"Урал" гәзите» в избранное и отслеживать его показатели.

Зарегистрироваться
Для владельцев каналов

Подтвердите свой канал

Войдите или зарегистрируйтесь в datool.ru, затем добавьте нашего бота в канал по инструкции в личном кабинете. После проверки владения замок исчезнет и вам станет доступно управление каналом.

Войти или зарегистрироваться

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти