Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

✨ Бөгөн гимназиябыҙҙа Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тантаналы линейка — йыйын үтте. Байрамға хөрмәтле ҡунаҡтар:


· МКУ мәғариф идаралығының баш белгесе, методист Т.Н. Байкова;
· Росгвардия һәм эске ғәскәрҙәр «Хәрби туғанлыҡ» хәрәкәте ҡатнашыусыһы, Белорет районы «Ирҙәр ҡоро» ойошмаһы секретары А.В. Заһитуллин;
· Белорет районы «Беренселәр хәрәкәте» урындағы бүлексәһенең ойоштороусы белгесе Н.Ю. Белова саҡырылғайны.
✨ Дәүләт флагтарын һәм байраҡтарҙы индереп, Гимндарҙы башҡарғандан һуң, «Арғымаҡ» балалар ойошмаһы башлығының инаугурацияһы булды. Был вазифаға тәғәйенләнгән 10-сы синыф уҡыусыһы Әхтәмова Юлиә тантаналы ант бирҙе.
✨Йыйындың иң тулҡынландырғыс өлөштәренең береһе — байрамға килгән ырыуҙарҙы барлау, улар менән таныштырыу булды. Был йола гимназиябыҙҙың тарихына, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә булған ихтирамды, быуындар бәйләнешен сағылдыра.
✨ Һәр йыл 1-се класс уҡыусылары ошо йыйында гимназистар сафына ҡабул ителә. Быйыл 31 бала «Арғымаҡ» балалар ойошмаһына алынды, улар ҡағиҙәләрҙе үтәргә ант бирҙе, тыуған илде данлап шиғырҙар һөйләнеләр.
«Рәсәй бөркөттәре» сафына 2-се һәм 4а, 4б класс уҡыусылары ҡабул ителде. Улар ҙа тырышып уҡырға, ғәҙел, намыҫлы, ярҙамсыл булырға ант итте.
✨ Гимназиябыҙ директоры З.Р.Миңгәрәйева, байрамға килгән ҡунаҡтар гимназистарҙы ихлас ҡотлап, матур теләктәр әйтте. Өсөнсө һәм дүртенсе класс уҡыусыларының йырҙары байрамға айырыуса йәм өҫтәне.
Тыуған еребеҙ — Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын, балаларыбыҙҙың киләсәге имен һәм яҡты булһын!
Просмотры: 337
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти