Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость
Загружаем изображение…
Загружаем изображение…
Загружаем изображение…
Загружаем изображение…
Загружаем изображение…
Загружаем изображение…

💫💫💫 6 декабрь көнө Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы үҙенең 30 йәшлек юбилейын билдәләне.


Тантаналы сарала мәғариф идаралығы етәкселеге, мәктәп директорҙары, ветеран уҡытыусылар, сығарылыш уҡыусылары, ата-әсәләр һәм ҡунаҡтар ҡатнашты.
✨ Байрам тантанаһы башланғыс класс уҡыусыларының сығышы һәм дәртле бейеү менән башланып китте. Белем усағының йылъяҙмаһы менән экрандан танышҡандан һуң, гимназия директоры Миңгәрәйева Зилә Рәхим ҡыҙы, мәртәбәле ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, уҡыу йортоноң бөгөнгөһө менән таныштырҙы.
Ҡала Советы рәйесе Хәмзина Дилә Рәшит ҡыҙы гимназия коллективын юбилей менән тәбрикләп, матур йолаларҙы һаҡлауы, заман менән бергә атлауы, өлгөлө эшләүе өсөн рәхмәт белдерҙе. Белорет районы мәғариф идаралығы муниципаль учреждениеһы етәксеһе Копытова Ильмира Рафаэльевна, урындағы мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһы рәйесе Нестерова Светлана Геннадьевна байрам менән ҡотлап, Башҡорт гимназияһының уңышлы эшләүен билдәләп үттеләр.
✨ Төрлө йылдарҙа гимназияны етәкләгән директорҙар Суфьянова Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы, Уйылданова Сулпан Мәүләүи ҡыҙы тарихи үткәнгә ҡайтып, матур хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. "Урал" гәзитенең баш мөхәррире Минһажетдинова Сатура Жәүәт ҡыҙы, "Тирмәкәй" башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Бүләкбаева Таңсулпан Нуритдин ҡыҙы, районыбыҙҙың "Түңгәүер" ырыуы рәйесе Иҙрисов Хафиз Мөжәүир улы, Сибай, Стәрлетамаҡ һәм Белорет ҡалаларының алдынғы уҡыу йорттары директорҙары , гимназияның ата - әсәләр комитеты, төрлө йылдарҙың сығарылыш уҡыусылары исеменән Мөхәмәтдинов Илдар - бөтәһе лә юбилей менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан теләктәрен еткерҙеләр.
Гимназияның бер төркөм уҡытыусылары Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
✨ Тантаналы сара йөкмәткеле үтте. Уҡыусылар, әсәйҙәр, өләсәйҙәр дәртле баҫып, сәхнә тултырып бейене.Туған телде, тыуған илде данлап матур йырҙар, ҡурай моңдары яңғыраны. Уҡытыусыларыбыҙ йырға, бейеүгә маһирлыҡтары менән залдағыларҙы һоҡландырҙы.
💫 Яратҡан гимназиябыҙ оло юбилейын билдәләне. Киләсәктә лә ул балаларҙың шат тауышынан гөрләп торһон, коллектив әлегеләй берҙәм һәм уңышлы эшләһен, тормошҡа үҙ ҡарашы булған рухлы, маҡсатлы, һәләтле шәхестәр тәрбиәләнһен!
Юбилейың менән, гимназиям! 💫💫💫
#Башҡортгимназияһына30йәш
Просмотры: 257
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти