🌺 «Ҡәҙиғәт» бейеүе хаҡында ишеткәнегеҙ бармы?
✅Ҡатын-ҡыҙҙар башҡарыуындағы үҙенсәлекле боронғо башҡорт халыҡ бейеүе Мәсетле районына хас.
✅Бейеү Башҡортостан халыҡтарының матди булмаған этномәҙәни ҡаҙаныш объекттарының берҙәм реестрына индерелгән. Был уның тарихи һәм мәҙәни әһәмиәтен раҫлай.
✅ «Ҡәҙиғәт»те Мәсетле районының данлыҡлы «Ҡабырсаҡ» халыҡ ижады коллективы (етәксеһе — Рәсимә Әхмәтйәнова) ҙур оҫталыҡ менән сәхнәләштергән һәм һаҡлап килә.
✅Бейеү нигеҙендә – төбәктең фольклор йолалары, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының һығылмалылығы, үҙенсәлекле пластикаһы.