🕌Ләмәҙтамаҡ ауылында тарихи, рухи байрам үтте — мөһәбәт, нурлы Аллаһ йорто — яңы мәсет сафҡа инде. Был ғәҙәти йорт түгел: ул — ауыл халҡының иманын, берҙәмлеген, ата‑бабалар рухына тоғролоғон сағылдырыусы изге урын.
Ауылдың тарихы ла бик тәрән. 1745 йылдағы ихтилалдан һуң ата‑бабалар элекке урынынан күсеп, Әй йылғаһы буйына килеп урынлашҡан. Ауылдың төп нигеҙе һалынған ваҡыты билдәһеҙ, тик тарихсылар уны XVIII быуаттың икенсе яртыһына ҡарай тип иҫәпләй. Документтар күрһәтеүенсә, 1779 йылда ауылда тәүге мәсет асылған, был факт Ырымбур диниә назаратында рәсми теркәлгән.
1917 йылға тиклем ауылда ике мәсет булған, тик совет осоронда улар клуб, мәктәп итеп үҙгәртелгән. Бөгөнгө көнгә тиклем хеҙмәт иткән мәсет мәзин йорто булған.
Яңы бина төҙөү идеяһы менән ауыл халҡы 2014 йылда уҡ яна башлай. Тик 2019 йылда ғына төҙөлөшкә аҡса йыйыу тураһында ҡарар ҡабул итәләр. 2025 йылдың яҙына 700 мең һум аҡса йыйыла. 13 июндә мәсет нигеҙенә беренсе таш һалына. Һәм бына бер йыл эсендә тиерлек яҡты, иркен, йылы мәсет үҙ ишектәрен аса.
Сара мәҙәниәт йортонда башланды. Сараны «Әр‑рахман» доғаһы менән башлап ебәрҙеләр. Артабан һүҙ ауылдың имамы Фидәлит хәҙрәткә Шабаковҡа бирелде. Ул иман йортон төҙөүгә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә оло рәхмәттәрен еткерҙе. “Ҡайҙа ғына барһаң да бер кем дә ҡаршы килмәне. Халыҡ дәррәү күтәрелде, юлда тик изге кешеләр генә осрап торҙо. Эшҡыуарҙар төҙөлөш материалдарына ҙур ташламалар эшләне, көн һайын 25‑әр кеше өмәләргә сыҡты”, - тине Фидәлит хәҙрәт.
Ул тәүге таш һалынғанғандан башлап мәсет ишектәрен асҡан көнгә тиклем ярҙам иткән ауылдаштарын, яҡташтарын телгә алып үтте. Төҙөлөштөң ҡыҙыу мәлендә «Ағинәйҙәр» ойошмаһы әүҙемселәре төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙы эҫе аш менән тәьмин иткән. Был бигерәк тә эште тиҙләтеп ебәргән.
Ошондай ҙур сара менән ауыл халҡын Мәсетле районы Хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Раил Низамов, Башҡортостан Республикаһының төнъяҡ‑көнсығыш райондары имам‑ахуны Азамат хәҙрәт Вәлиев, Балаҡатай районы мөхтәсибе Альфред хәҙрәт Әхмәтйәнов ҡотлап үтте. Улар мәсет һалыуҙа ҙур ярҙам күрһәткәндәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Мәсет һалыуҙа матди ярҙам күрһәткән яҡташтар Рөстәм Ғатауллин, Раушан Ғәлимов, Алмас Шакиров, Рәсүл Бәшәров, Ләйсән Шакирова һәм башҡалар изге теләктәрен еткерҙе.
Тантаналы саранан һуң барыһы ла яңы мәсеткә юл алды, унда тәүге намаҙ уҡылды. Артабан барыһын да байрам өҫтәленә саҡырҙылар. Ауылдаштар, ҡунаҡтар һый‑хөрмәткә бай өҫтәл артында аралашты.
🤲Алыҫтан балҡып торған мәсет манараһы иманға, әхлаҡҡа, яҡты киләсәккә маяҡ булып тора. Бындай изге эштәр ауылдың рухи көсөн нығыта, ырыҫ‑бәхетен арттыра. Яңы мәсет — быуындар бәйләнешен, милли ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙың саф бер күренеше. Ул киләсәктә лә ауыл халҡына нур һибәр, йөрәктәргә иман нуры төрөп, изгелек юлында алға алып барыр. Аллаһы Тәғәлә барлыҡ изге эштәргә ярҙам итһен, ауылға тыныслыҡ, муллыҡ, бәрәкәт насип итһен!
📸Матур саранан фотолар альбомда
https://vk.ru/album-123463022_312041290