Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость
Открытый канал ID 74637894516986

Мәҙәк тоҡсайы

⚡️Дуҫтар! "Мәҙәк тоҡсайы" каналына рәхим итегеҙ! Һеҙҙән ҡыҙыҡлы көләмәстәр, ауыл мәҙәктәре көтәбеҙ.
❗Каналға яҙылыу өсөн һылтанма:
https://max.ru/join/kHYbDPoXfQVQvfQ-GzYY0oEjYpPL7_THUMrnbxvebWo
❗Ҡыҙыҡ-мыҙыҡтар, ауыл мәҙәктәре ебәреү өсөн һылтанма:
https://max.ru/u/f9LHodD0cOI67jbPF0MF8PL8ZWxP6v_3IBY1RYahtPafYt8kQLwh9p05OOQ

Россия
Открыть в MAX

Публикации за период

По реакциям

Поиск и вся лента — после бесплатной регистрации. Свои даты — по подписке; владелец канала видит их бесплатно. Сортировка по реакциям — по подписке. Зарегистрироваться

Загрузка…

Бушлай иғлан бирә алаһығыҙ…

– Был каналда артып ҡалған бөтә картуфыбыҙҙы һатып бөттөк. Бер алғандар ҡабат-ҡабат һораны.
– Ә беҙ няня таба алмай инек. Иғлан ҡуйған көндө үк таптыҡ.
– Ә «Ҡырҡтартма»ға ҡуйылған иғланды күреп, Филюс ағайҙан гармун алдым.
Һеҙ ҙә, дуҫтар, бында иғландарығыҙҙы бушлай урынлаштыра алаһығыҙ. Һатыу-алыу өсөн бик уңайлы ул.
Ҡыҙыҡһындырһа, ошонда инеп ҡарағыҙ:
https://max.ru/channel_reklama2014
Просмотры: 767
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Айыу ҡыш уртаһында уянып китә. Өңө һыуыҡ, тамаҡ ас, тышта сатлама һыуыҡ... Йыбанһа ла, ауыл яғына юл тота. Бер аҙбар янына килеп етә. Ҡараһа, бер ат бесән ашап тора.
- Ат, мин һине ашайым! - ти.
- Мине ашарға ярамай!
- Ни өсөн әле һине ашарға ярамай?
- Сөнки мин – колхоз малы!
- Колхоз малы икәнеңде нисек раҫлай алаһың?
- Артыма яҙылған. Бар, уҡып ҡара!
Айыу айғырҙың арт яғына сығып та өлгөрмәй тибелеп, көрт араһына барып ята. Бер нисә сәғәттән һуң аңына килә лә үҙ алдына: “Ахмааааҡ, үәт ахмаҡһың да инде, тайыштабан! Уның арт яғына ниңә ҡараным инде? Уҡый белһәм бер хәл!”
Просмотры: 945
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Батып барыусыны күреп, яр буйында ултырған балыҡсы һыуға һикерә һәм уны ҡотҡара.
- Рәхмәт! Мәңге бурыслымын һеҙгә! – ти ир кеше, бер аҙ хәл йыйғас.
- Ҡуй әле, - тип ҡул һелтәй ҡотҡарыусы. – Шуныһын әйтегеҙ лутсы: һыуҙа балыҡ күренәме-юҡмы?
Просмотры: 1 007
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Уҡытыусы өйгә эш бирә: «Аҙнаның бөтә көндәрен дә ҡулланып, хикәйә яҙып килегеҙ».
Сәлим:
«Йәкшәмбе көндө атайым һунарға сыҡты. Ул ғәләмәт ҙур ҡуян атып алып ҡайтты, беҙ уны дүшәмбе, шишмәбе, шаршамбы, кесаҙна, йома көндәрендә рәхәтләнеп ашаныҡ, шәмбегә лә әҙерәк ҡалды әле».
Просмотры: 1 009
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
Өс әхирәт осраша. Береһе:
– Миңә ирем ҙур телевизор һатып алды. Рәхәтләнеп өйҙә ятам, бер ҡайҙа ла йөрөргә түгел, – ти.
– Ә минеке һуңғы модель айфон алып бирҙе. Көнө буйы интернетта ултырам, – ти икенсеһе.
– Ә һиңә ирең нимә һатып алды? – тип һорайҙар өсөнсөһөнән.
– Бер нәмә лә. Ул, һинең менән киноға ла, театрға ла йөрөп була әле, ти.
Просмотры: 1 253
Перейти в пост Открыть в MAX Сообщить о неточности
ВКонтакте Телеграм Одноклассники
Избранное в datool.ru

Следите за каналом в личном кабинете

Зарегистрируйтесь в datool.ru, чтобы добавить канал «Мәҙәк тоҡсайы» в избранное и отслеживать его показатели.

Зарегистрироваться
Для владельцев каналов

Подтвердите свой канал

Войдите или зарегистрируйтесь в datool.ru, затем добавьте нашего бота в канал по инструкции в личном кабинете. После проверки владения замок исчезнет и вам станет доступно управление каналом.

Войти или зарегистрироваться

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти