Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

Йома көнө өй йыйыштырырға яраймы?



Ҡайһы берәүҙәр: «Мосолмандарға йома көнө өй йыйыштырырға ярамай», — ти.
Исламда йома көнө өй йыйыштырыуға тыйыу юҡ. Был — Ҡөрьәндә лә, Сөннәттә лә нигеҙе булмаған хөрәфәт.
Ислам һәр ваҡыт таҙа һәм бөхтә булырға өйрәтә. Ҡөрьәндә:

«Аллаһ тәүбә итеүселәрҙе һәм таҙарыныусыларҙы ярата», — тип әйтелә («Әл-Баҡара» сүрәһе, 222-се аят).

Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ: «Таҙалыҡ — имандың яртыһы», — тигән.
Йома көнө таҙалыҡҡа айырыуса иғтибар бирелә: ғөсөл ҡойоноу, мәсеткә барыр алдынан матур, таҙа кейем кейеү һәм хушбуй һөртөү хуплана.
Шуға күрә йома көнө өй йыйыштырырға, иҙән һәм кер йыуырға ярай. Диндә быға тыйыу юҡ.
Шамил Әләүетдинов яҙмаһы буйынса әҙерләнде.
Просмотры: 723
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти