▶ видео
Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтүллаһи үә бәрәкәтүһ!
Хәйерле, бәрәкәтле иртә, ҡәҙерле дуҫтарым!
Бөгөнгө көнөбөҙ Аллаһы Тәғәләнең ризалығында, изге уйҙар һәм күркәм ғәмәлдәр менән үтһен! Раббыбыҙ күңелдәребеҙгә тыныслыҡ, йорттарыбыҙға именлек, ризыҡтарыбыҙға бәрәкәт бирһен. Һәр беребеҙгә ике донъя бәхетен насип итеп, Үҙенең рәхмәтенән һәм ҡурсауынан айырмаһын!
Биргән ниғмәттәренә шөкөр итеп, бер-беребеҙгә йылы һүҙҙәр һәм изгелек бүләк итеп йәшәйек ин шәә Аллаһ🤲!