Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

ИРТӘНГЕ ДОҒА


🤲
ЙӘ РАББЫМ, әлхәмделилләһ, тип Һиңә шөкөр ҡылам: ҡараңғы төнөмдө иҫән-имен уҙғарып, инде был яҡты көнөмә лә бер Һинең генә рәхим-шәфҡәттәреңә өмөтләнеп, риза-бәхиллегеңде алыу өсөн инәм.

🤲 И Раббым, был яҡты көнөмдө һәм ҡалған ғүмеремде Һинең яратҡан ҡолоң булып, йәннәттәреңә инерлек игелектәр эшләп, дөрөҫ һәм ҡабул булырлыҡ ғибәҙәттәр ҡылып, ныҡлы иман, тыныс күңел менән, һау-сәләмәт үткәрергә насип ит!

🤲 И ғәзиз Раббым Аллаһ! Был яҡты көнөмдө һәм ҡалған ғүмеремде һауаплы ғәмәлдәр ҡылып, файҙалы эштәр менән, хәйерле хәләл ризыҡтар һәм бәрәкәттәр менән үткәрергә насип ит! Ҡаты сир-зәхмәттәрҙән, кеше ҡулдарына тилмереп ҡалыуҙан һаҡла, яман сирҙәрҙән, яман һүҙҙәрҙән, яман күҙҙәрҙән арала! Кәм-хур булып кеше аяғы аҫтына ҡалыуҙан, насар яҡтан кеше телдәренә эләгеүҙән һаҡла! И Раббым, ҡаты фәҡирлектән, аслыҡтан-яланғаслыҡтан, төрмә ғазаптарынан һаҡла, яныу-бешеүҙән, туңыу-өшөүҙән һаҡла!

🤲 И Раббым Аллаһ! Ғаиләмә именлек, балаларыма бәхет-тәүфиҡ бир, туғандарым менән татыулыҡта йәшәргә насип ит! Үҙемде, ғаиләмде, балаларымды, нәҫелемде яуыз бәндәләрҙең яуыз ниәт-ғәмәлдәренән, зыян-зәхмәттәренән, мәкер-золомдарынан һаҡла! И Раббым, көтөлмәгән ҡайғы-хәсрәттәрҙән, бала ҡайғыларынан, төрлө һәләкәт-фажиғәләрҙән, дауаһы булмаған ауырыуҙарҙан Үҙең арала!

🤲 Йә Раббым Аллаһ! Был яҡты көнөмдә ҡылған доғаларымды, теләгән теләктәремде Үҙеңдең киң Рәхмәтең менән ҡабул ит! Әмиин!
Просмотры: 152
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти