Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

ЫРЫМ - ЫШАНЫУҘАР


* * *
- Төнөн көҙгөгә ҡарарға ярамай. Йоҡо бүлмәһендә көҙгө булырға тейеш түгел, ул кешенең көсөн һура.
- Төш күрһәң изгегә юрарға кәрәк. Төштөң муйыны ҡыл кеүек, ҡайһылай борһаң - шулайға китә, ти халыҡ аҡылы. Сит кешегә лә һөйләргә ярамай төштө.
- Аҡты( һөттө) көн байығас кешегә бирмә - һыйырыңа зыян килер.
- Аҡсаны кис, ҡояш байығас, кешегә бирмйҙәр - бәрәкәте китә.
- Ҡул арты ауыр кешегә мал, йә ҡош-ҡорт бирмәйҙәр, бирһәң уңмай, ҡото китә.
- Кисен иҙән һепермә, фәҡирлек килер.
- Эңер төшкәс, ҡояш байығас, бысраҡ һыу ҙа, сүп- сар ҙа түкмәйҙәр, бәрәкәт китә.
- Шишәмбе - ҡоро көн, яңы өйгә күсергә, өйләнергә ярамай.
- Шишәмбе, йома көндәрендә кер йыумағыҙ, юлға сыҡмағыҙ, оло эш башҡармағыҙ.
- Сәфәр - ҡоро ай, өйләнергә ярамай.
- Ай, йыл һуңында эш башламайҙар, оҙаҡҡа һуҙылып, ауыр барасаҡ.
Ҡыҙ күсеү, киленгә ҡарата тыйыуҙар:
- Ҡыҙ күскәндә ҡаҙ биреп ебәрергә ярамай. Бер алға, бер артҡа баҫа бит.
- Ҡыҙ артынан гөл биреп ебәрмәйҙәр - ғүмере ҡыҫҡа булыуы ихтимал.
- Ҡыҙ кеше кейәүгә киткәндә артына боролоп ҡарарға тейеш түгел. Ҡараһа - кире ҡайта.
- Йыл тормай килен маҡтамайҙар. Күҙ тейеп ҡуйыуы бар.
Кеше күңеленә бәйле тыйыуҙар:
- Ватыҡ көҙгөгә ҡарарға ярамай, күңелең китек булыр.
- Кешене нахаҡҡа ҡарғама - үҙеңә төшөр.
- Кешегә ҡаты бәрелмә, күңелен рәнйетеп ҡуйыуың бар. Кеше рәнйеше ҡарғыштан да яман.
- Бер нәмәгә лә аптырарға ярамай, нимәгә аптырайһың - шул алдыңа килә
Ырым-ышаныуҙар:
- Яҙ еткәс, арба юлы төшмәҫ борон, йәш ҡолон күрергә кәрәк. Шул саҡта йыл буйы ҡолон шикелле еңел йөрөрһөң, һау-сәләмәт булырһың.
- Ат һатҡанда, хужа һатып алыусыға уны йүгәне менән тоттора. Ҡото китмәһен, тип малды һарайҙан арты менән сығаралар.
- Һатҡан саҡта малдың ҡотон алып ҡалалар. Ҡурала ҡалған мал өҙөлмәһен өсөн, өс тапҡыр:" Ҡотоңдо алам", - тип ҡабатлап, һырт буйынан, һыйыр малы һатҡанда - мөгөҙ төбөнән өс тапҡыр берәр семтем йөнөн йолҡоп, ҡура егенә ҡыҫтыралар.
Тупһаға, ишек башына даға ҡағыу йолаһы бар. Кешенең яман уйы, яман һүҙе шул дағаға эләгеп ҡала,тип һанала. Даға ен-шайтандарҙан да һаҡлай. Уны ҡаҡҡан саҡта:
Шайтан килмәһен өсөн,
Хәрәм кермәһен өсөн,
Тел-теш баҫмаһын өсөн,
Бәрәкәт ҡасмаһын өсөн, -
тип теләк һамаҡлайҙар. Ул даға яңы түгел, ә ат тояғынан төшөп ҡалған булырға тейеш, сөнки ҡатынан да ҡаты - ат тояғы ҡаты, тип һаналған.
- Кемде лә булһа оҙатҡас, өйгә буш ҡул менән инһәң - юлға сыҡҡан кешенең юлы уңмай. Бер ҡосаҡ утын булһа ла күтәреп инергә кәрәк.
- Сәфәргә киткән кеше күрешмәйенсә китһә - тиҙ әйләнеп ҡайтып күрешеүгә, ти.
- Юлға сығыусы өйҙә үҙенең һынығын ҡалдырһа - тиҙ әйләнеп ҡайта.
- Сәфәргә китеүсенең артынан уҡ иҙән һеперергә ярамай.
- Юлға сығыр алдынан күнәктәргә мөлдөрәмә итеп һыу тултырып ҡуйһаң - юлың уңа.
СӘЙЕР ДОНЪЯ төркөмөнән алынды
Просмотры: 130
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти