Бөгөн Рәсәйҙә терапевтар көнө!
Был һөнәри байрамды һәр кешене бәләкәйҙән алып ғүмере буйы дауалаған врачтар билдәләй. Тап терапевтар саҡырыу буйынса өйгә килә, ауырыуҙың сәбәптәрен асыҡлай, характерын билдәләй, һәр конкрет осраҡта ҡайһы табип-белгестәрҙең ярҙамы йәки консультацияһы кәрәклеген хәл итә. Шулай уҡ киҫкен респиратор-вирус ауырыуын, һалҡын тейеү, хроник ауырыуҙарҙың киҫкенләшеүе һәм башҡа күп кенә ауырыуҙар табип-терапевтар тарафынан диагностикалана һәм дауалана, йәки билдәле бер профилле табип-белгескә — хирургҡа, неврологҡа һ. б. дауалауға тапшырыла. Ғөмүмән, иң мөһим эштәрҙе башҡара ул терапевтар.
Хөрмәтле терапевтарыбыҙ!
Һеҙҙе бөтә йөрәктән һөнәри байрамығыҙ айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ғүмер буйы кеше һаулығы һағында тороуығыҙ, изге күңелегеҙ, шәфҡәтле ҡулдарығыҙ, беҙҙе сәләмәтләндереүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙҙең үҙегеҙгә ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, ғаилә именлеге, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ!
Просмотры: 154
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти