Педагогик хеҙмәткәрҙәр лайыҡлы баһаланды
Юбилей тантанаһында гимназияның педагогик хеҙмәткәрҙәренең фиҙакәр хеҙмәте юғары баһаланды. Улар Өфө ҡалаһы хакимиәтенең, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының абруйлы наградаларына лайыҡ булды.