Партия билеттары тапшырылды
«Абҙаҡ» беренсел бүлексәһендә партия билеттарын тапшырыу тантанаһын Абҙаҡ ауыл Советының депутаттар берләшмәһе етәксеһе Хәмзә Мөхәмәҙиев үткәрҙе.
- Партияға инеү – яҡташтары алдында ҙур яуаплылыҡ, Белорет районы, Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй файҙаһына һәм үҫеше өсөн эшләргә әҙер булыуҙы аңлата. Партияның яңы ағзаларын ерлектәге эштәргә йәлеп итеү – «Берҙәм Рәсәй»ҙең төп өҫтөнлөктәренең береһе. Билеттар алған яңы партия ағзалары ерлектә Халыҡ программаһы проекттарын тормошҡа ашырыуға – социаль объекттар төҙөүгә, ветерандарға ярҙам итеүгә, халҡыбыҙға булышлыҡ итеүгә йәлеп ителә. Партия билетын алыу – формаль статус түгел, ә халыҡ алдындағы йөкләмәләрҙе үтәү өсөн тура яуаплылыҡ алған командаға инеү тип ҡарала. Беҙ һәр саҡ яңы идеяларға һәм башланғыстарға асыҡбыҙ. Командаға рәхим итегеҙ!, - тине берләшмә етәксеһе.
#ЕРБелорецкийрайон #ЕРПартияРядом #ЕР102