Балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә туҡланыуҙы тикшереү - «Берҙәм Рәсәй» партияһының Халыҡ программаһын контролдә тотоу сиктәрендә үткән «Партия десанты»ның төп йүнәлештәренең береһе.
«Сәләмәт киләсәк» проектына ярашлы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының район буйынса урындағы «Тирлән» бүлексәһе активистары ауыл балалар баҡсаһында туҡланыу сифатын тикшерҙе. Мониторинг барышында ҡатнашыусылар менюны, аҙыҡ-түлектең сифатын һәм санитар торошон тикшерҙе. Барыһы ла раҫланған санитар нормаларға тап килә.
«Тирлән» беренсел бүлексәһе секретары Марина Оглоблина билдәләүенсә, федераль кимәлдә Халыҡ программаһы башланғыс класс уҡыусылары өсөн бушлай туҡланыуҙы законлы рәүештә гарантиялай.
- Беҙ, «Тирлән» бүлексәһе активистары, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында рациондың сифатын, хәүефһеҙлеген күҙәтәбеҙ. Бындай тикшереүҙәр бер тапҡыр ғына түгел, ә даими рәүештә үткәрелә. Төп маҡсат - Тирләндең иң бәләкәй граждандарының балансланған, файҙалы һәм, иң мөһиме, тәмле туҡланыуын тәьмин итеү, - ти бүлексә секретары.
#ЕРБелорецкийРайон #ЕРПО"Тирлянское"#ЕРПартДесант
Просмотры: 57
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти