САМАУЫР СӘЙЕ

Эҫе, ҡайнар самауырҙың,
Эсендә ҡыҙыу күмер.
Тәмле сәйҙәр эсеп кенә,
Үтһәсе беҙҙең ғүмер.

Өҫтәл түрен биләп алған,
Ҙур самауыр күмерле.
Берҙәм булып сәйҙәр эсеү,
Ниндәй рәхәт, күңелле.

Самауырҙың сәйҙәренән,
Бер нимә юҡтыр тәмле.
Самауырҙар шыжлап торһа,
Өйҙөң эстәре йәмле.

Самауырҙан сәйҙәр эсһәң,
Тирләп китә маңлайҙар.
Һөйләһе юҡ, яҙаһы юҡ,
Күптәребеҙ аңлайҙар!

Йәмил Ҡотлогилдин.
Просмотры: 71
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти