▶ видео
Башҡортостандың ысын йөҙө. Полктың автомобиль взводы водителе Вячеслав Авдеев алғы һыҙыҡтан техниканы эвакуациялай
"Чугун" позывнойлы Вячеслав Авдеев - Белореттан, легендар "Башҡортостан" полкының матди тәьминәт ротаһының автомобиль взводы водителе.
Кесе сержант иң хәүефле хәрби һөнәрҙәрҙең береһен һайлаған - ул техниканы хәрби бәрелештәр һыҙығынан эвакуациялай. Артиллерия прицелы аҫтында һәм FPV-дрондар осҡан зонала ҡыйыу кеше генә эшләй ала. Бына шундай булып сыҡты беҙҙең яҡташыбыҙ һәм 2023 йылдың сентябренән ул батырлыҡтың титулға йәки вазифаға бәйле булмауын көн һайын иҫбатлай.
Ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, Вячеслав һуғыш яланынан техниканы кире ҡайтара, подразделениеларҙың хәрби һәләтен һаҡлап ҡала. Уның фиҙакәрлеге юғары наградалар менән билдәләнә: "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы" һәм Луганск Халыҡ Республикаһының "Батырлыҡ өсөн" миҙалдары менән наградланған. .
Башҡортостан - геройҙар мәле!
Просмотры: 141