"РМЛИ-ға юл" олимпиадаһына өҫтәмә теркәлеү асылды
Уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең күп һанлы мөрәжәғәттәрен иҫәпкә алып, олимпиаданың төп көндәрендә ҡатнашырға өлгөрмәгәндәр өсөн яҡшы яңылыҡ — 5, 6, 7 һәм 9-сы класс уҡыусылары өсөн өҫтәмә этап иғлан ителде.
📍 Теркәлеү ваҡыты: 5, 6 һәм 7 ноябрь.
💻 Олимпиада көндәре:
• 10 ноябрь — 5 кластар;
• 11 ноябрь — 6 кластар;
• 12 ноябрь — 7 кластар;
• 13 ноябрь — 9 кластар.
Шәп лицейҙа уҡыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ!