Бөгөн – Комсомолдың тыуған көнө.
1918 йылдың 29 октябрендә Йәш эшселәр һәм йәш крәҫтиәндәр съезы була. Унда Бөтә союз ленинсы коммунистик йәштәр берлеге – ВЛКСМ-ға нигеҙ һалыныуы тураһында иғлан ителә.
“Комсомол –уңышлы эшләгән ойошма булды”, - тип хәтерләй уның ағзалары.
1977 йылдағы иҫәпләүҙәр буйынса, Советтар Союзында комсомол сафында 14-28 йәшлек 36 миллион граждан булған.
Һеҙ комсомолға нисәнсе йылда индегеҙ?