Бөгөн Кёнигсберг - Калининград ҡалаһын батырҙарса штурмлау һәм алыу көнө билдәләнә.
📌 Ул Рәсәйҙең яңы иҫтәлекле датаһы тип һанала. Тейешле федераль законға ил Президенты Владимир Путин 2025 йылдың 17 ноябрендә ҡул ҡуя.
Дата 1945 йылдың 9 апрелендә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына нигеҙләнгән. Ҡәлғәне һәм Көнсығыш Пруссияның төп ҡалаһын штурмлап алған совет ғәскәрҙәренең батырлығын мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән.