Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

Ой, ҡарағыҙ әле мин нимә таптым😍



Гөлсимә Алламоратова, БДУ-ның өсөнсө курс студенты булған сағымды😁

Эфир кассеталарындағы буш минуттар алтынға тиң осорҙа минең беренсе махсус репортажым имен тороп ҡалған. Мөғжизә! Йәш стажер эшләгән тапшырыуға кем "в архив" тамғаһын һуғып кәштәгә һалды икән? Рәхмәт яуғыры!

Ул махсус репортаж Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзының Бесландағы фажиғәлә зыян күргәндәргә ярҙамы тураһында ине.

2003 йылда Рәшиҙә Солтанова һәм ул етәкләгән союз ҡатындары Төньяҡ Осетияға 4 млн алып барып тапшыра. Бер йылдан, 2004 йылда, тағы 1 млн йыйыла. Тап шул икенсегә күрһәтелгән ярҙам уңайынан миңә тапшырыу эшләргә ҡушылған ине.

Кадрҙа минең янымда "Башинформ" агентлығы журналисы Лилия Зинова. Ул Рәшиҙә Искәндәровна менән бергә ярҙамды ғаиләләргә алып барып еткергән ҡатындарҙың береһе.

Кадрҙарға ҡарайым да, шундай ностальгия😁 Яурыныма элгән сумочкамды ныҡ яраттым. Уның ситендә башҡорт биҙәге ҡусҡарға оҡшап торған сигеүле биҙәк бар ине. Юбкамды ла, бынау сәйер биҙәкле трикотаж свитерҙы ла һағынып ултырам. Хатта сәсемде йыйған норка йомғаҡтарҙан эшләнгән резинкаға тиклем ҡәҙерле😁 Аяғымдағы итекте Үҙәк баҙарҙа ямғырлы бер көндә картон ҡағыҙға баҫып кейеп ҡарап алғайным. Оҙаҡ кейә алманым, табаны аҡтарылды😂

Тапшырыуҙы русса әҙерләнем, редакция етәксеһе Гөлнара Абдурахманова һыҙғылап-юйғылап төҙәтеп сыҡты ла, "закадровый" текстарҙы үҙе уҡыны. Ул миңә шул тиклем өлкән булып тойола ине ул ваҡытта😁 Әле тапшырыуҙы тыңлап ултырам, шундай йәш кенә тауышлы булған😁

Был кадрҙарҙы төшөргән мәрхүм оператор Денис Михайловка рәхмәт, монтажда ҡуйған режиссер Гүзәл Вәлиеваға рәхмәт😊

Эй, ваҡыт😁 Ҡалай ҡәҙерле икән үткәндәр, тигән бул😊

P.S. Был архивты Рәшиҙә Солтанова менән БСТ-ның 25 йыллығына "Интервью" әҙерләгәндә барып юлыҡтым. Тиҙҙән эфирҙа😁

#25летБСТ
Просмотры: 68
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти