🩺💉Бөгөн Рәсәйҙә участка терапевы көнө билдәләнә. Яратҡан табиптарыбыҙҙы байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ!!!
⚡Тап ошо көн алдынан Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы коллективы тәжрибәле коллегалары, ғүмеренең күп өлөшөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә арнаған табип Әнисә Ғәбиҙулла ҡыҙы Хәмитованы хаҡлы ялға оҙатты. Әнисә Ғәбиҙулла ҡыҙын тормошондағы яңы баҫҡыс менән ҡотлайбыҙ һәм сәләмәтлектә оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ!