Бөрйән шағиры, журналист Самат Ғәбиҙуллиндың тыуыуына бөгөн 87 йыл.
Самат Мәһәҙей улы Ғәбиҙуллин (1939-1997) - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, шағир һәм журналист, йәмәғәт эшмәкәре. Аҫҡар ауылында тыуған.
БӨРЙӘНЕМ.
Швейцария, тиҙәр, Бөрйәнемде...
Һәм "икенсе", тип тә ҡуялар.
Ошо "икенсене" ишеткәндә
Йөрәгемдә дауыл ҡуҙғала.
Әле лә аҙ түгел тауҙарымда
"Швейцария" эҙләп йөрөгәндәр.
Берүк, заман, шундай әҙәмдәрҙе
Алыҫ йөрөт әле Бөрйәндән.
Мең йылдарҙы һалып баш аҫтына
Тарих серем итә Шүлгәндә...
Ә ниндәйҙер ғилем әһелдәре
Капованы эҙләп килгәндәр.
Бында - Бөрйән!
Әле уҡылмаған
Эпопея һәр бер һуҡмағы.
-Экзотика! - тимә, шул тарихты,
Булдыра алһаң, уҡы туҡталып.
Тауҙары таш түгел, уҡмаш ҡандар
Әсе тирҙән, ҡандан, күҙ йәштән.
Монарланып ятҡан Юрматауҙың
Һәр киртләсе - изге бер кәштә.
"Швейцария" тиҙәр.
Юҡ!.. Бөрйән был!!! -
Оло Уралымдан бер сатҡы.
Шул сатҡыны күрә алһаң ғына,
Ултыртыр ул түргә ҡунаҡты.
Мәсем менән Баҙал күкрәгенә
Уйылып ҡалған Һәүбән эҙҙәре.
(Һуҡмаҡтағы һәр бер дата эҙен
Мин үбергә әҙер теҙләнеп).
Самат Ғәбиҙуллин.