🛴 Башҡортостанда әсә кеше улының тыуған көнөнә электросамокат һатып алған: хәҙер уны баланың үлеме өсөн хөкөм итәсәктәр.
Дыуан районында йәшәгән 32 йәшлек ҡатын улына 12 йәше тулыу айҡанлы электр самокаты бүләк итә. Тикшереүҙәр асыҡланыуынса, малай, бындай транспорт менән идара итергә хоҡуғы булмаһа ла, дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа йөрөй. Сентябрҙә бала юл-транспорт ваҡиғаһына эләгә һәм алған йәрәхәттәренән һәләк була.
Ҡатын-ҡыҙҙы бәлиғ булмағанды уның ғүмере өсөн хәүефле ғәмәлдәргә йәлеп итеүҙә ғәйепләйҙәр. Ул ғәйебен таный. Электр самокаты тартып алына.
Район прокуратураһы ғәйепләү һығымтаһын раҫлай һәм эште мировой судьяға ебәрә. Хәҙер ваҡиға сәбәптәре судта ҡараласаҡ.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Балағыҙға бындай бүләктәр алыр алдынан уйлағыҙ - кәрәкме ул?
Просмотры: 154