Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

Депутат “Изге подписка” акцияһына ҡушылды🎉


“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто үткәргән “Изге подписка” акцияһына ҡушылып, РФ-һы Дәүләт Думаһы депутаты Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина 2027 йылға “Табын” һәм “Звезда” район гәзиттәрен яҙҙырҙы.
Хәҙер «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Красноусол ауылындағы МХО ветерандары һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам Үҙәгенә килеүселәр “Табын” һәм “Звезда” район гәзиттәрен уҡып, район тормошо менән таныша аласаҡ. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙының сираттағы изге эше ветерандар һәм уларҙың яҡындары тураһында хәстәрлектең сағылышы ла.🙏
Бынан тыш Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы улдарын юғалтҡан бер нисә әсәгә “Табын” гәзитен бүләк итте.
Гөлнур Ғәлинур ҡыҙына МХО ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәткән иғтибары һәм ярҙамы өсөн рәхмәт!
💥“Изге подписка” акцияһына һәр кем ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, ветерандарға, күп балалы ғаиләләргә, инвалидтар һәм ярҙамға мохтаждарға район гәзите “Табын”ды бүләк итә ала. Гәзиткә почта бүлексәһендә йәки редакцияның реклама бүлегендә яҙылырға була. “Изге подписка” акцияһы эстафетаһын тапшырығыҙ: үҙегеҙҙе фотоға төшөрөгөҙ һәм социаль селтәрҙә #Изгеподписка хештегы менән пост урынлаштырығыҙ.
#Изгеподписка#Табынгәзите#Добраяподписка#газетаТабын
Просмотры: 84
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти