Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

Башҡортостан: бер аҙна эсендә иң мөһиме


УНИТ студенты Лина Закирова Сеулда Miss Asia Awards конкурсында еңеүсе була.
Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда «Бекабад» технопаркының тәүге ташын һалды. Был Рәсәйҙән ситтә республиканың беренсе сәнәғәт паркы.
Башҡортостан адаптив спортты үҫтереүҙә лидерҙарҙың береһе булды. Красноярскиҙа «Рәсәй – спорт державаһы»халыҡ-ара форумында төбәктең уңыштарын билдәләнеләр.
Насар күреүселәр һәм һуҡырҙар араһында параскалолаз буйынса Башҡортостандың беренсе чемпионатында УНИТ студенты Артем Бондаренко абсолют еңеүсе булды. Алда егеттең халыҡ-ара старттары һәм 2028 йылғы Паралимпия уйындарына һайлап алыу туры.
Сәмәрҡәндтә үткән саммитта Өфө хосписы тәжрибәһен тәҡдим иттеләр. «Бәхет территорияһы», «Өфө хосписы» һәм «Воскресенск соборы» хәйриә фондтарының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова «Йәшәү сифатына инвестициялар: балаларға һәм уларҙың ғаиләләренә балаларҙың паллиатив ярҙамын нығытыу»секцияһында сығыш яһаны.
Өфөгә 40 мең йәшлек Люба ҡайтты. Башҡортостандың милли музейында легендар мамонт балаһы Люба менән күргәҙмә асылды. Ямал тундраһында табылған мумия был төрҙәге иң яҡшы һаҡланған табылдыҡтарҙың береһе тип һанала.
Агророботтар һәм пилотһыҙ аппараттар: киләсәк фермерҙарын мәктәптән әҙерләй башлайҙар. Башҡортостанда ауыл хужалығында иртә һөнәри йүнәлеш алыуға иҫәп тоталар. Әле республикала 150 мәктәптә 248 агрокласс эшләй.
Башҡортостан ауылдарының береһендә 10 мең ағас ултыртылды. Шишмә районында «Урман ултырт " акцияһында уҡыусылар, ата-әсәләр һәм ауыл халҡы ҡатнашты.
AY YOLA Россия телеканалында"Ну-ка, все вместе!” шоуында һәм Николай Басковты һәм Сергей Лазаревты “Һомай” көйөнә бейеткән.
Башҡортостан башлығы хоккейсы Григорий Панинға континенталь хоккей лигаһында 1000-се матчы уңайынан Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. Был иҫ киткес һөҙөмтә! Ысын ир, капитан, боҙҙа бик ауыр эш башҡара һәм команданы үҙе менән алып бара. Һәм, әлбиттә, уға оҡшарға теләгән меңләгән малайға өлгө күрһәтә", - тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Просмотры: 88
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти