Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

🦅🦅🦅 “Орлята России” программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылыусы “Ҙур ғаилә уйындары” республика конкурсының муниципаль этабы быйыл Дәүләт урта мәктәбендә үтте.


Сараны район мәғариф бүлеге “Баласаҡ навигаторҙары” һәм райондың “Хәрби-патриотик спорт үҙәге” ойошмалары менән берлектә ойошторҙо.
Ҙур ғаилә уйындары Әбйәлилдән иң шәп 12 ғаиләне берләштерҙе. Улар “Орлята России” программаһына ярашлы һынауҙарҙа ҡатнашты.
Көслө дәғүәселәр ҡатнашҡан көсөргәнешле ярышта Асҡарҙан Носратовтар ғаиләһе еңеү яуланы. Йәнгел ауылынан Зариповтар икенсе урынға сыҡты. Өсөнсө урынға Сиҙәмдән Абдуллиндар лайыҡ булды.
Ҡалған ғаиләләр – Асҡарҙан Аҡназаровтар, Таштимерҙән Дауытовтар, Дәүләттән Лоҡмановтар, Рәхмәттән Ғайсиндар, Ташбулаттан Рәхмәтуллиндар, Әбделмәмбәттән Ильясовтар, Байымдан Ғилметдиновтар, Михайловканан Поповтар, Ҡаҙмаштан Мостафиндар төрлө номинацияларҙа еңеүсе булды.
Бөтә ҡатнашыусылар ҙа дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән наградланды.
Просмотры: 373
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти