▶ видео
Мостай Кәрим менән бергә шиғыр уҡыйбыҙ!
23 октябрҙә Мостай Кәрим исемендәге 158‑се башҡорт гимназияһында "Мостай уҡыуҙары" төбәк‑ара әҙәби‑ижади конкурсының еңеүселәрен һәм призёрҙарын бүләкләү тантанаһы үтте. Гимназияның 6-сы "Ш" класс уҡыусыһы Диана Миңлеәхмәтова (етәксеһе - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әбүбәкирова Ю. Р.) "Яһалма зиһен ярҙамында Мостай Кәримде һәм уның әҫәрҙәре геройҙарын йәнләндереү" номинацияһында еңеү яуланы!
Дианаға киләсәктә лә матур еңеүҙәр, яңы асыштар теләйбеҙ! Афарин! 💥
Просмотры: 152