Беҙҙең "Әкиәт " балалар баҡсаһында "Башҡорт теле? Рәхим итегеҙ! " темаһы аҫтында башҡорт теле аҙналығы башланды.
Башҡорт теле төрки телдәрҙең көнбайыш ҡыпсаҡ төркөмөнә ҡарай. Төҙөлөшө буйынса уға хәҙерге татар,ҡаҙаҡ,ҡарасәй - балҡар,нуғай,ҡарағалпаҡ,ҡырғыҙ телдәре иң яҡын булып тора.
Башҡорт теле өс диалекттан тора: көнсығыш,көньяҡ һәм төньяҡ - көнбайыш. Хәҙерге әҙәби тел тәүге ике диалектҡа нигеҙләнгән.Төньяҡ - көнбайыш диалект татар теле йоғонтоһон кисергән.
Балаларҙа туған телгә һөйөү уятырға,әсә телендә фекерләү - уйлау,фекереңде матур итеп еткерә белергә өйрәтергә дауам итәбеҙ.
#БашҡортТеле
#Ҡоролтай
#Сибай
#ӘкиәтБалаларБаҡсаһы