Бөгөн гимназиябыҙҙа Республика көнөнә арналған көҙгә йәрминкә үтте!…
▶ видео
Бөгөн гимназиябыҙҙа Республика көнөнә арналған көҙгә йәрминкә үтте! Ата-әсәләр, класс етәкселәре , уҡыусылар көсө менән ойошоролған көҙгө муллыҡ сараһы бик күңелле килеп сыҡты. Нимә генә юҡ ине өҫтәлдәрҙә! Йәшелсә-емеш, ҡайнатмалар, ит, һөтлө аҙыҡтар, бәлештәр, ҡул эштәре - барыһы ла байрамдың биҙәге булды! Уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән сағыу концерт номерҙары байрамға дәрт, йәм өҫтәне. Йәрминкәлә ҡатнашҡан бөтә ата-әсәләргә, уҡыусыларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!