Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда күренекле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың…
Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда күренекле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың 7 томлығы сығыуына арналған төбәк-ара “Тәңкәле ҡыҙ-2026” конкурсы үтте. Унда Сибай ҡалаһының, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр һәм Ейәнсура райондарынан килгән ҡыҙҙар зиһенлелектә һәм оҫталыҡта көс һынашты. Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы тамашаның төп ҡунағы булды. Сығыштарҙы бик талапсан һәм етди комиссия баһаланы. Конкурстың беренсе бүлегендә ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырҙы, икенсе бүлек әҙибәнең әҫәрҙәренән өҙөк сәхнәләштереүгә бағышланды, артабан ҡыҙҙар милли кейемдәрҙә дефиле күрһәтте һәм әҙибәнең ижадына бәйле һорауҙарға яуап бирҙе. Ә кем еңде һуң был ижади бәйгелә? Был хаҡта беҙҙең төркөмдә уҡығыҙ 👉 https://vk.ru/wall-36585846_26943