✨Ҡуянтау ауылының хөрмәтле кешеләре - Рәйес Әйүп улы һәм Мәрйәм Садиҡ ҡыҙы Дауытбаевтар бергә ғүмер итеүҙәренең 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй!
Районыбыҙҙа шундай ныҡлы һәм татыу ғаиләләр йәшәүе бик ҡыуаныслы! Уларҙың 60 йыл дауамында һынауҙарға һәм шатлыҡтарға бай юлды ҡулға-ҡул тотоношоп үтеүе күптәр өсөн өлгө булып тора.
Хөрмәтле Рәйес Әйүп улы һәм Мәрйәм Садиҡ ҡыҙы!
Һеҙҙе оло байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Алдағы көндәрегеҙ һаулыҡ-сәләмәтлек, яҡындарығыҙҙың хәстәрлеге һәм ихтирамы менән тулы булһын. Йортоғоҙҙан шатлыҡ, йөҙөгөҙҙән йылмайыуҙар китмәһен!
✨60 совместной жизни отмечает прекрасная семья Даутбаевых Раиса Аюповича и Марьям Садыковны из села Куянтаево! Их крепкий семейный союз, который явлется примером для всех нас, восхищает своей добротой, мудростью, стойкостью.
Уважаемые Раис Аюпович и Марьям Садыковна! Поздравляем Вас с 60- летним юбилеем совместной жизни! Пусть каждый Ваш день будет наполнен здоровьем, заботливым вниманием и душевным спокойствием, а счастливые улыбки Ваших самых родных и близких людей согревают каждый день!