16 октябрҙә Аҡъяр ауылының 3-сө полилингваль мәктәбе базаһында йәш башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йыйыны (слёты) сиктәрендә зона семинары үтте.
Сара йәш педагогтарҙың профессиональ үҫеше, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына методик ярҙам мәсьәләләренә арналды.
Осрашыуҙы модератор Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының Милли белем биреү буйынса ресурс үҙәге директоры Аҙнабаева Ләйсән Хәсән ҡыҙы алып барҙы.
Семинар эшендә милли белем биреү өлкәһендәге әйҙәүсе эксперттар көн темаһына ҡағылышлы темалар менән сығыш яһаны.
ассоциацияһы етәксеһе.
Семинар Аҡъяр ауылының 3-сө полилингваль мәктәбенә, Аҡъяр ауылының «Шатлыҡ» балалар баҡсаһына һәм Аҡъяр ауылының «Бэпэмбэ» балалар үҫтереү үҙәгенә барыуҙан башланды. Артабан ҡатнашыусылар инновацион педагогик тәжрибәләр күргәҙмәһе менән танышты.
Семинарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Гөлшат Иштимировна үҙенең "Тере шишмәләр" төркөмө һәм Йәрмөхәмәтова Венера Ноғомановна "Дарман" театры менән "Урал батыр" ҡобайыры буйынса сығыш яһаны.
Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Милли белем биреү идаралығы уҡыу китаптары нәшер итеү бүлеге начальнигы Усманова Гөлназ Йәүҙәт ҡыҙы үҙенең эш сәфәре сиктәрендә беҙҙең мәктәптең китапханаһы эшмәкәрлеге менән дә танышып китте.