Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость
Загружаем изображение…

Ҡотлобаевтарҙың ҡотло ғаиләһе🌺


✅Башҡортостанда 2026 йыл Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын Яңы йыл менән ҡотлағанда белдергәйне.

Һәм Даирә гәзитенең архивынан ауылыбыҙҙың күркәм ғаиләләренең береһе Ҡотлобаевтар тураһындағы мәҡәләне тағы һалырға булдыҡ.

✨Районыбыҙҙа матур итеп йәшәгән күп балалы ғаиләләр осрап тора. Малай ауылынан Зөлфиә Ташморат ҡыҙы һәм Радик Фәим улы Ҡотлобаевтар ҙа - биш бала тәрбиәләүсе матур ғаиләләрҙең береһе.
Ғаилә башлығы ошо ауылдан
булһа, хужабикә Үзбәкстан яҡ­тарында үҫә. Еткән ҡыҙҙы әсә­һенең тыуған ауы­лын­дағы егеткә димләйҙәр. Йәштәр тәү күреүҙән бер-береһен оҡ­шатып, тормош ҡороп ебәрә һәм матур итеп йәшәп китә. Уларҙың тормоштарын йәмләп, бер-бер артлы балалары донъяға килә.
- Ишле ғаилә булдырыуҙан ҡурҡ­­маныҡ. Һәр сабыйыбыҙҙың донъяға килеүе һөйөнөслө ва­ҡиға булды. Мәшәҡәттәр етер­лек булһа ла, балалар биргән шатлыҡтар күберәк. Улар ҡул ара­­һына ингәс, һәр береһенә тә­ғәйен бурыс йөк­мәтелде. Өл­кәнерәктәре кесерәк туғандарын ҡарашты, йорт эш­тәрендә бу­лыш­ты, - тип һөйләне Зөлфиә Ташморат ҡыҙы.
Тәүҙә Ҡотлобаевтар ата-әсә йортонда йәшәйҙәр. Шунан ты­рышып, кирбестән ҙур йорт һалып сығалар. Нур бөркөлөп торған өйҙәрендә һәр кемгә уңайлы шарт­тар ҙа тыуҙырыла, һәр баланың үҙ мөйөшө бар. Әйткәндәй, ғаилә башлығының күп эш ҡулынан килә – төҙөлөш буйынса ла оҫта, тех­никаға ла маһир. Ул тәүҙә кол­хозда механизатор була, артабан Ҡабаҡта кирбес заводында эшләй. Унда эшләгәндә сәләмәтлегенә зыян килеп, хәҙер инде шәхси ху­жалыҡтарында мал ҡарау менән мәшғүл.
Был пар үҙ тырышлыҡтары ме­нән етеш донъя ҡорған, үҙҙәренә кә­рәгенсә мал, ҡош-ҡорт аҫрап көн күрәләр. Хәстәрлекле һәм бөтмөр хужабикә өйҙә йәм һәм йылылыҡ булдырыу өсөн тырыша. Аш-һыуға, донъя көтөүгә оҫта ҡатын иренең бар эштәрендә терәк һәм кәңәшсе лә булып тора.
Ҡотлобаевтар балалары етеш йәшәһен һәм бәхетле булһын өсөн бар көстәрен һала. Тырышһаң, донъя алға бара, тормош етеш, өҫ­тәл мул була. Ни тиһәң дә, уңған­дарға уңыш, бәрәкәт йылмая. Был ғаиләлә һәр йәһәттән ныҡлы тәр­тип булдырылған, атай-әсәй аб­руйы, балаларҙы ҡәҙерләү хакимлыҡ итә.
Ғәҙәттә, ишле ғаиләлә балалар эшһөйәр, берҙәм, ярҙамсыл булып үҫә. Ҡотлобаевтар ғаиләһендә лә егет-ҡыҙҙар тырыш, яуаплы, үҙ-ара татыу, ата-әсәнең ҙур ярҙам­сы­лары булыуҙары менән айырылып тора. Улдары Биктимер бесән, утын эшләгәндә аталарының уң ҡу­лы булһа, ҡыҙҙар ҙа әйткәнде көтөп тормай, үҙ белдектәре менән эштәрҙе башҡарырға күнек­кән. Мәҫәлән, баҡсаларында үҫтергән йәшелсәләре мул уңыш бирһен өсөн бар ғаилә ағзаһы ла тырыша: бергәләшеп сүптәрен утайҙар, һыу һибәләр. Ә хәҙер инде ҡыш­ҡы­лыҡҡа помидор, ҡыяр, ҡабаҡ һәм башҡаны ябып та ҡуйғандар.
Өлкәндәре Биктимер Өфө ҡалаһындағы заводтарҙың бере­һендә иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Фирүзә “Ислам” институтының 2-се курсында белем ала. Улар яҡшы итеп һүрәт төшөрәләр. Динара - Стәрлетамаҡ ҡалаһында медицина колледжының 1 курсында, Мәҙинә быйыл иһә 9-сы синыфты тамамлап, уҡыуын юрист һөнәренә бағышларға уйлап тора, Мә­ли­кә 6-сы класта уҡый. Улар уҡыуға шәптәр.
Балаларын төрлө эшкә өй­рә­теп, хеҙмәт менән тәрбиәләгән Ҡотлобаевтар ял итергә лә форсат таба, уларҙы иҫтәлекле, йәнле итеп уҙғарырға тырыша. Бергәләшеп тә­биғәт ҡосағына сығалар, Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының мауыҡтырғыс урындарына ба­ралар.
Бына шундай ябай ҙа, үҙен­сә­лекле лә ишле ғаилә йәшәй Малай ауылында.
Алдағы көндәрҙә лә йорт­та­рын­да йылылыҡты һүн­дермә­йен­сә, балаларын лайыҡлы кешеләр итеп үҫтереп, аяҡҡа баҫтыр­һы­н­дар, оло тормош юлына сығар­һындар һәм артабан да балалар шатлығында тик бәхеттәргә тө­рөнөп йә­шә­һен­дәр
Просмотры: 62
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти