Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

Репост из ««Таң» гәзите - Бөрйән районы яңылыҡтары»

Загружаем изображение…

Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин халыҡты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра:


-Хөрмәтле райондаштар!
Һуңғы арала районда янғын осраҡтары йышайҙы. Барығыҙҙы ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә иғтибарлы булырға саҡырам!

❗Өйҙәге йылытыу ҡорамалын ҡулланғанда төҙөклөгөн
тикшерегеҙ. Өҫтөндә
әйбер киптермәгеҙ.
❗ Оҙонайтҡыстар ҡулланғанда сертификация үткәндәрен генә
тотоноғоҙ. Розетка
һәм выключателдәрҙе, башҡа электр ҡорамалдарын төҙөк тотоғоҙ.
❗Кер йыуыу машиналарын ҡулланғандан һуң, уны токтан ысҡындырып ҡуйығыҙ.
❗Телефонға көс йыйҙырғанда оригинал аксессуарҙар ҡулланырға тырышығыҙ. Көс йыйҙырғандан һуң зарядникты розетканан алығыҙ.
❗Тиҙ тоҡаныусан әйберҙәрҙе мейестәргә яҡын ҡуймағыҙ.
❗Мейестәрҙе үтә ҡыҙыу яҡмағыҙ.
❗Яғылған мейестәрҙе һәм көнкүреш электр ҡорамалдарын ҡабыҙылған килеш ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
❗Гирляндаларҙы үҙегеҙ өйҙә булмағанда йә төнгөлөккә ҡабыҙып ҡуймағыҙ.
❗Йортоғоҙға янғын иҫкәрткес алып ҡуйығыҙ.
❗Балаларға, оло йәштәгеләргә иғтибарлы булығыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
📌 Янғын сыҡҡан осраҡта кисекмәҫтән 101 йәки 112 һандарына шылтыратығыҙ.
Просмотры: 22
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти