«Киләсәккә билет» (Билет в будущее): энергетикала һөнәр һайлайбыҙ! ⚡️
15 октябрь көнө мәктәбебеҙҙә «Киләсәккә билет» профориентация проекты сиктәрендә «Башҡортостандың яғыулыҡ-энергетика комплексы: энергетикала һөнәр һайлайбыҙ» тигән темаға фәһемле сара үтте.
Уҡыусылар республикабыҙҙың энергетика тармағы, алдынғы предприятиелары һәм киләсәктә иң кәрәкле һөнәрҙәр менән танышты. Был проект балаларға үҙ юлын дөрөҫ итеп табырға ҙур мөмкинлек бирә!
#БилетВБудущее#МоиГоризонты#Профориентация#МОБУСОШАБДУЛМАМБЕТОВО