«Пушкин картаһы» менән — спектаклға!
Бөгөн 6, 7, 8 классы «Пушкин картаһы» программаһы буйынса Иҫке Собханғол район мәҙәниәт һарайына А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының сығышында булдылар. Улар урыҫ әҙәбиәте классигы А. П. Чеховтың пьесаһы буйынса ҡуйылған «Айыу» («Медведь») спектаклен ҡаранылар.
Ҡатмарлы булмаған кеше яҙмыштары, нескә юмор һәм психологизм уҡыусыларҙы үҙенә йәлеп итте. Балалар актерҙарҙың оҫта уйынын яратып ҡараны һәм бай тәьҫораттар алып ҡайттылар. ✨
#ПушкинКартаһы#ӘбделмәмбәтМәктәбе#Бөрйән #СибайТеатры #Мәҙәниәт #МәктәпТормошо #Театр