Новое Распределяем каналы MAX по категориям и территориям. Читать новость

15 октябрь көнө Асҡар ауылының "Хазина"күп профилле полилингваль…

15 октябрь көнө Асҡар ауылының "Хазина"күп профилле полилингваль дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район семинары үтте."Полилингваль мәктәптә уҡытыу: тәүге аҙымдар, асыштар, табыштар"исемле семинарға райондан 32 уҡытыусы килде. Тәү сиратта директор В.С.Әбсәҙиева "Хазина" мәктәбе буйлап экскурсия ойошторҙо.Бөтә ерҙә бөхтәлек, таҙалыҡ күҙгә ташлана.Зауыҡ менән йыһазландырылған, бөтә уңайлы шарттар булдырылған кластарҙа белем алған уҡыусыларға тырышып уҡырға ғына ҡала.
Ә инде семинарҙың практик өлөшөндә асыҡ дәрестәр тәҡдим иттеләр:
. 1 Б класында «Йәшелсәләр» (уҡытыусыһы Рәхмәтова Р.Н.);
. 5 III Рәсәй Федерацияһы Геройы Миңлеғәли Шайморатов исемендәге “шайморатовсылар” класында “Артылыш” ителлектуаль- илһөйәрлек уйыны (уҡытыусыһы Истәмғәлин И.Н.);
. III В класында «Башҡорт теленең төп законы» (уҡытыусыһы Даутова Л.А.);
. III Г класында «Минең Башҡортостаным. Мемо карталар»(уҡытыусыһы Илһамова А.Ә.);
. VI П класында «Һүҙҙәр хазинаһы» квест-уйыны (уҡытыусыһы Муллахмәтова А.Р.);
. I А класында «Төҫтәр» (уҡытыусыһы Шәрипова И.Р.);
. II В класында «Шалҡан» әкиәте ( уҡытыусылары Әхмәтшина З.Й., Нәзирова Л.З.)
Дәрестәр методик яҡтан дөрөҫ ҡоролған,уҡытыусылар полилингваль мәктәптә уҡытыуҙың үҙенсәлектәрен күрһәтә алдылар. Уҡыусылар башҡортса таҙа һөйләшәләр, дәрестә әүҙем ҡатнашалар.
Артабан «Театр түңәрәгенең эшмәкәрлеге аша полимәҙәни шәхес тәрбиәләү» исемле оҫталыҡ класында ҡатнаштыҡ( уҡытыусыһы Мәғәфүрова Н.С.).Уҡытыусылар ҙа ролгә инеп төрлө әкиәттәрҙе сәхнәләштерҙеләр.
«Мостай тирмәһендә» квиз уйыны М.Кәримдең 107 йыллығына арналды(үткәрҙе Муллахмәтова А.Р.) Уҡытыусылар ҙа был уйында ҡатнаштылар. Хәмит мәктәбе уҡытыусыһы Абдуллина И.Р. уйындың еңеүсеһе тип табылды.
Семинар «Полилингваль мөхит: проблемалар һәм хәл итеү юлдары» исемле түңәрәк өҫтәл менән тамамланды. Резолюция ҡабул иткәндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары был мәктәптә
күсәгилешлек принцибы барлығын (башланғыс класс дәрестәрен дә ҡараныҡ), дәрестәрҙә заманса технологиялар ҡулланылыуын билдәләнеләр. Квес, квиз уйындарын ҡулланыу уҡыусыларҙа башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыуын белдерҙеләр.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылыры семинарҙың фәһемле, актуаль , эшлекле үтеүен әйттеләр һәм “Хазина” күп профилле полилингваль дөйөм белем биреү мәктәбе коллективына, директор Вәсилә Сәғит ҡыҙы Әбсәҙиеваға ҙур рәхмәт белдерҙеләр, эштәрендә уңыштар теләнеләр.
Просмотры: 435
Открыть в MAX Сообщить о неточности

Сообщить о неточности

Опишите, что нужно исправить. Если есть источник, добавьте ссылку.

Вы покидаете datool.ru

Ссылка ведёт на внешний сайт. datool.ru не отвечает за его содержимое — проверьте адрес, прежде чем вводить пароли или платёжные данные.

Переход через 10 с

Перейти