14 октябрь көнө «Ирәндек» балалар ял итеү лагеры гөрләп торҙо! Уның нигеҙендә «Шәжәрәлә – ырыу көсө» муниципаль конкурсы үтте. Был көн ысын мәғәнәһендә тарихҡа һәм быуаттар төпкөлөнә сәйәхәт булды.
Бәйгелә райондың 5 командаһы — 5 данлы ырыуы ҡатнашты:
🐻 Бөрйәндәр — үҙҙәренең ғорурлығы һәм тәбиғәткә яҡын булыуы менән һоҡландырҙы;
🗡 Ҡатайҙар — яугир рухы һәм тәрән шәжәрәләре менән әсир итте;
🐎 Үҫәргәндәр — далалар киңлеген һәм ҡыйыулыҡты сағылдырҙы;
🏹 Юрматылар — нәзәкәтлелек һәм бай тарихлы сығыш күрһәтте;
⚡ Туңгәүерҙәр — Ирәндек таштарының ныҡлығын һәм дәртен алып килде.
Сығыштар бик ҡыҙыҡлы һәм сағыу булды! Командалар ырыуҙарының ағасы, тамғаһы, ҡошо һәм ораны менән генә таныштырып ҡалманы, ә ата-бабаларҙың яҙмышын сәхнәлә йәнле итеп һөйләп бирҙе. Улар үҙҙәренең тикшеренеү һәм ижади һәләттәрен юғары кимәлдә күрһәтте. Жюри ағзалары билдәләүенсә, сығыштар бай йөкмәткеле булды, командалар тарихи факттарҙы ентекле өйрәнгән.
Һөҙөмтәлә киләһе урындар билдәләнде:
1 урын – Бөрйән ырыуы (Ишҡол, Хәлил, Әбделмәмбәт мәктәптәре);
2 урын – Ҡатай ырыуы (Т.Кусимов исемендәге гимназия);
3 урын – Үҫәргән ырыуы ( Дәүләт, “Хазина” күп профилле мәктәптәре);
3 урын – Түңгәүер ырыуы (Амангилде, Ҡаҙмаш, Буранғол, Хәмит мәктәптәре);
Махсус призға Юрматы ырыуы вәкиле Эмелина Бадалова лайыҡ булды (Ташбулат урта мәктәбе).
Бынан тыш, уҡыусылар ҙур мөмкинселеккә эйә булдылар - «Ирәндек» лагеры хеҙмәткәрҙәре үткәргән “Ҡунаҡсыл Башҡортостан” этнопроектында ҡатнашыу бәхете тейҙе уларға. Унда ҡыҙҙар һәм малайҙар:
- Тыуған еребеҙҙең матур биҙәге — Ирәндек тауы тураһында мәғлүмәттәр алды;
- Ни өсөн башҡорт халҡы ырыуҙар менән йәшәгәнен белде;
- Милли кейемебеҙҙең ни тиклем бай һәм биҙәкле булыуын үҙ ҡулдары менән тотоп ҡараны;
- Башҡорт халҡы уйындарында һәм бейеүҙәрендә ихлас ҡатнаштылар.
Беҙҙең киләсәк — ул үҙ тамырҙарын белгән, тарихын хөрмәт иткән йәштәрҙең ҡулында. Афарин, балалар! Сығыштарығыҙҙа һалынған рух һәм берҙәмлек ғүмер буйы һаҡланһын!
Сара йәш быуында тарихи хәтерҙе, тыуған ергә һөйөүҙе тәрбиәләүҙә мөһим аҙым булды. Еңеүселәребеҙҙе һәм уларҙың етәкселәрен ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә дәрт-дарманығыҙ һүнмәһен, һеҙгә уңыштар теләйбеҙ!